Туймазы районының Собханҡол халҡы ауыл үҙәгендә башланған төҙөлөштөң туҡталып ҡалыуы өсөн борсола. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, йорт туғыҙ йыл элек етемдәр өсөн төҙөлә башлаған. Тик эш икенсе ҡатында туҡталып ҡалған.
– Ауылдың үҙәгендә, элекке һатыу нөктәләре урынында, тора был йорт һөлдәһе. Уның биләмәһе һаҡланмай, балалар инеп уйнай. Берәй күңелһеҙ хәл булып ҡуймаһын тип тә борсолабыҙ,‒ ти урындағы халыҡ.
Ауыл халҡы был хаҡта Башҡортостан Башлығының электрон ҡабул итеү хеҙмәтенә лә яҙған. Йортто йә урын-еренә еткереп төҙөп бөтөргә, йә тулыһынса һүтеп алырға кәрәк, тигән фекерҙә собханҡолдар. Әлеге мәлдә был мәсьәлә хәл итеү өсөн ауыл хакимиәте етәкселеге ҡарамағына ебәрелгән.