Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2019, 01:32

Күршеләр ниңә талаша?

Күршең менән талашҡың килһә, кәзә ал, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән.

Фото: ru.dreamstime.com
Фото: ru.dreamstime.com
Күршең менән талашҡың килһә, кәзә ал, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән.


Салауат районының Юлай ауылында кәзә арҡаһында низағ сыҡҡан. Берәүҙәрҙең кәзәләре күршеләренең бесәненә эйәләшкән. Ир быларҙы ҡыуып ҡарай ҙа һуң, тегеләре бер нисә минуттан тағы ла тып итеп килеп баҫа. Аптыраған ир пневматик мылтығын алып сығып, тегеләргә тоҫҡаған. Яраланған хайуан өйөнә ҡайтып йығылған. Ярай әле хужалары күреп ҡалып, һуйып өлгөргән. Ауылдашының был ҡылығына асыуланып, күршеһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Был осраҡта кем ғәйепле? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас