Йәмғиәт
6 Ноября 2019, 19:05

Бала ғүмере өҙөлөүҙә кем ғәйепле?

Баш ҡала дауаханаһы реанимацияһында Иглиндан 16 йәшлек малай һәләк булды...

Бер нисә көн элек баш ҡала дауаханаларының береһе реанимацияһында 16 йәшлек Анатолий һәләк булды.
Иглин районында йәшәгән үҫмер һирәк һәм ҡурҡыныс сир менән ауырыған. Ул II типтағы мукополисахаридоз, йәки, икенсе төрлө әйткәндә, Хантер синдромы тип атала, ундай кешеләрҙең токсиндары тәбиғи юл менән сығарылмай, ә организмда туплана.

Хантер синдромы менән сирләгәндәрҙең хәлен яҡшыртыу өсөн бөтә донъяла ни бары бер генә дарыу бар, ул “Elaprase” тип атала һәм АҠШ-та ғына етештерелә. Бер йыллыҡ дауаланыу курсы 350 мең доллар тора.

2010 йылда биш баланы ошо препарат менән тәьмин итеү тураһында суд ҡарары ҡабул ителә. Араларында Анатолий ҙа була. Ә уға тиклем республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, дарыуҙың өйрәнелмәүе һәм тәьҫиренең файҙаһы клиник яҡтан иҫбатланмауы сәбәпле, балаларҙы уның менән бушлай тәьмин итеүҙән баш тартҡан була.
"Тик сирлеләр яҡлы булған суд ҡарары ике йыл дауамында үтәлмәй. Балалар ошо ваҡытта дауа көттө һәм хәлдәре күп тапҡырға хөртәйҙе", – ти "Хантер-синдром" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Элеонора Романова.

Суд тартҡылашыуҙары дауам иткән саҡта балаларҙың хәле ысынлап насарая, төрлө документ ығы-зығыһы ваҡытты һуҙа ғына. Бер бала 2016 йылда бронхит менән сирләп вафат була.

Анатолийға дарыуҙы ни бары 2012 йылда бирә башлайҙар, тик бының өсөн баланы Иглин районының төпкөл ауылынан йөрөтөргә тура килә. Ата-әсәнең бындай мөмкинлеге булмай, һәм фактик яҡтан улар ғүмер өсөн мөһим дауаланыуҙан баш тарта...
Читайте нас