Тәртип һаҡсыһы һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы йыл да һөнәри байрамдары алдынан Бөтә Рәсәй “Халыҡ участковыйы” конкурсын ойоштора. Унда быйыл республика Эске эштәр министрлығы исеменән Әбйәлил егете – полиция участкаһы уполномоченныйы Вәғиз Задин да ҡатнашты. Егеттең һынауҙы уңышлы үтеүе хеҙмәттәштәре өсөн яңылыҡ булмағандыр, сөнки уның тырыш, маҡсатлы, яуаплы булыуын һәр кем яҡшы белә.
Граждандарҙың хәүефһеҙлеген, тыныс тормошон тәьмин итеп, йәмәғәт хәүефһеҙлеге һағында торған участка уполномоченныйҙарының эше күҙгә салынмаһа ла, уларҙың хеҙмәте иртә таңдан ҡояш байығансы дауам итә, кәрәк саҡта төндә лә саҡырталар. Вәғиз Задин, йәш булһа ла, ауыр һәм яуаплы эшен урынына еткереп башҡара. Әле Әбйәлил районының 11 ауылындағы тәртипте күҙәтеү – уның һәм хеҙмәттәше Салауаттың иңендә. Улар бер-береһенә ярҙам итеп, иңгә-иң терәп, полиция алдына ҡуйылған бурысты намыҫлы башҡара.
Өлкән лейтенант Вәғиз Задин сығышы менән ошо райондан, шуға ла яҡташтары уны яҡшы белә. Көтөлмәгән хәл килеп тыуғанда, ярҙам кәрәк булғанда, халыҡ көн йә төн тип тормай, шунда уҡ уға мөрәжәғәт итә.
Полицияның өлкән участка уполномоченныйы Вәғиз Задинға Силәбе өлкәһендә лә эшләргә насип була. Әммә яҡташтарына файҙалыраҡ булыу теләге уны тыуған районына ҡайтыуға этәргән. Һәм ул быға һис тә үкенмәй. Өфөлә юғары юридик белем алғас, 2014 йылда полицияға эшкә килгән. Уның атаһы ла эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән, шуға ла бала саҡтан был һөнәрҙең нескәлектәрен күреп, белеп үҫкән.
Вәғиз Задин тиҫтәләгән енәйәтте асыуға өлгәшкән. Әле ул көн дә халыҡ араһында иҫкәртеү эше алып бара, граждандарға енәйәтселәрҙән һаҡланыу һәм үҙеңде яҡлау саралары хаҡында мәғлүмәт яҙылған хәтер дәфтәрҙәре тарата. Тәртип боҙоу осрағы булғанда, протокол төҙөй. “Беҙҙең тәртип һаҡлаусыбыҙ һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер”, – тип уны маҡтап телгә ала ауылдаштары.
Вәғиз Задин эшендә өлгөлө хеҙмәткәр булһа, өйөндә – ышаныслы ғаилә башлығы. Тормош иптәше Рәмилә менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Тыл ныҡ булғас, ул ҡанатланып йөрөп эшләй. Ҡатыны иһә ире тыныс эшләһен өсөн шарттар тыуҙырырға тырыша: йорттарын бөхтә һәм йәнле итеп тәрбиәләп тора. Вәғиз иһә ауыр эшен тамамлағас, уны көтөп торған яҡындары янына ҡанатланып ҡайта. Әлегә балалары ниндәй һөнәр һайларға хәл итмәгән, әммә уларҙың үрнәк алыр кешеләре бар.
Вәғиз Задин Бөтә Рәсәй “Халыҡ участковыйы” конкурсында өсөнсө тапҡыр ҡатнашырға батырсылыҡ иткән. Быйыл ул федераль этапҡа сығыуға өлгәште. Был конкурс 10 ноябргә тиклем дауам итә. Шуға ла яҡташыбыҙға еңеү яулауға ярҙам итә алабыҙ. Бының өсөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайтына инеп, тауыш бирергә кәрәк.