Йәмғиәт
7 Ноября 2019, 19:30

Улар беҙҙе һаҡлаймы, әллә...

Улар күмәкләп алты миллион һумға яҡын аҡсаны кеҫәһенә һалған.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru

Башҡортостанда ЮХХДИ-ның элекке биш хеҙмәткәре мутлыҡ өсөн хөкөмгә тарттырылған. Йәнә уларҙың тағы ла 15 әшнәһен ошондай уҡ яза көтә. Улар күмәкләп алты миллион һумға яҡын аҡсаға эйә булған.


Дуҫтар 2016 йылдың октябренән 2017 йылдың июленә тиклем автостраховкалау өлкәһендә мутлашҡан. Суд ғәйепләнеүселәрҙең булмаған юл-транспорт ваҡиғаһын теркәп, автомобилгә килтерелгән зыянға ялған документтар әҙерләгәнен асыҡлаған. Элекке полиция хеҙмәткәрҙәре, документтар әҙер булғас, страховкалау компанияһына тапшырған. Улары иһә үҙ сиратында ялған документтарға таянып аҡсалата компенсация түләгән. Асыҡланыуынса, ошондай юл менән 19 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, бурҙар кеҫәһенә алты миллион һумға яҡын аҡса һалынған.

Бынан тыш, 2016 йылдың ноябрендә ЮХХДИ-ның элекке хеҙмәткәре иҫерек килеш рулгә ултырып тотолған бер кешегә ҡарата төҙөлгән административ протоколды юҡ итеп, ришүәт ала. Билдәле булыуынса, полиция хеҙмәткәрҙәрен эштән сығарғандар.

Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен яртылаш ҡына таныған. Өсәүһен дүрт йылдан алып дүрт йыл да алты айға тиклем иркенән мәхрүм иткәндәр.

Башҡаларын иһә ике йылдан алып өс йыл да алты айға тиклем шартлы рәүештә хөкөм иткәндәр. Суд ҡарары әле үҙ көсөнә инмәгән.

Читайте нас