9 ноябрҙә Дүртөйлө-Нефтекама автомобиль юлының 21-се километрында үлемесле авария теркәлгән. "Лада Приора" автомобиленә идара иткән 59 йәшлек ир йәйәүлене тапатҡан. Һөҙөмтәлә, Нефтекама ҡалаһының 32 йәшлек кешеһе урында уҡ һәләк булған. Еңел автомобиль водителе белдереүенсә, һәләк булған ир юл буйлап китеп барған. Үкенесле хәл: кеше ғүмере өҙөлгән. Был миҫал иҫкәртә: барыбыҙға ла һаҡ булырға кәрәк, айырыуса киске эңерҙә.
Башҡортостан юлдарында тәүлек эсендә 15 авария теркәлеп, ике кеше һәләк булған, 13-ө иһә төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ике меңдән ашыу водителгә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн административ протокол төҙөлгән. 54 водителдең руль артына иҫерек килеш ултырыуы асыҡланған.