Йәмғиәт
11 Ноября 2019, 18:50

Ҡыйыҡтан йығылып төшә

Ғәҙәттән тыш хәл буйынса тикшереү эштәре бара. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү бына нимәгә килтереүе бар...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 32 йәшлек ир тимер юлы вокзалы ҡыйығынан йығылып төшә. Волга буйы транспорт прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Паритет” йәмғиәте хеҙмәткәре вокзал ҡыйығын ремонлаған ваҡытта тигеҙлекте юғалтып, бәләгә тарый.
Һөҙөмтәлә ул ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса тикшереү эштәре бара.
Белгестәр юғары бейеклектә эшләгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә кәңәш итә:
- Хеҙмәткәр бинаның ышаныслы урынына ныҡлы бау менән беркетелгән страховка билбауы кейергә тейеш;
- Ҡыйыҡ бейеклеге 1 метрҙан да кәм булмаған борттар, баҫмалар йәки селтәр менән уратып алынырға тейеш;
- Бина ҡыйығында эшләүсенең башына махсус каска кейеүе, ә аяҡ кейеменең табаны тайғаҡ булмауы мотлаҡ һ.б.
Читайте нас