Йәмғиәт
12 Ноября 2019, 16:30

Муйыллы торт

Хуш еҫле, муйыллы йәйҙе хәтерләткән торт рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Хуш еҫле, муйыллы йәйҙе хәтерләткән торт рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Был тортты әҙерләү өсөн беҙгә бер стакан он, бер йомортҡа, бер стакан шәкәр, бер стакан тарттырылған муйыл, бер балғалаҡ сода кәрәк буласаҡ.
Крем: бер стакан ҡаймаҡҡа өс ҡалаҡ шәкәр һалып, блендерҙа яҡшы итеп туғырға.
Тарттырылған муйылды 3-4 сәғәт алдан ҡайнап торған һөткә бутап ҡуйырға. Артабан йомортҡаны шәкәр менән туғып, сода, муйыл, он ҡушып, яҡшы итеп болғарға. Таба төбөнә майланған пергамент һалып, өҫтөнә ҡамыр йәйергә.
Духовкала 25-30 минут бешерергә. Әҙер тортты һыуыталар һәм икегә йәки өскә бүләләр. Араларына, өҫтөнә крем һылап өҫтәлгә ҡуялар. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: edadil.ru
Читайте нас