“Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә рәсәйҙәр күп эсә. Әммә статистика Рәсәй халҡының спиртлы эсемлектәрҙе әҙерәк ҡуллана башлауын да таный. Немецтар менән сағыштырғанда, әҙерәк. Беҙ ҙә айыҡ ауыл яҡлы”, - тигән һүҙҙәр менән башлана Германияның ЦДФ (ZDF) федераль телеканалының "Айыҡ ауыл" конкурсы тураһында репортажы.
Немец журналистары октябрь айында Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында үткән үҙенсәлекле сарала ҡатнашҡайны. Был ауыл халҡы быйыл республикала ойошторолған “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашты һәм ошо сараға ярашлы, бында “Ҡоҙғон-Әхмәр йыйыны” тигән матур байрам уҙғайны.
Әле бына ошо сәйәхәттең һөҙөмтәһе булып Германияның эре федераль каналдарының береһе һаналған ЦДФ-та (ZDF) башҡорт ауылы һәм уның айыҡ тормош яҡлы кешеләре хаҡында репортаж донъя күргән.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.