Банктан аҡса алып ваҡытында түләй алмаған һәм бурысҡа батҡан граждандарҙы суд йыш ҡына яҡлап сыға. Ә бит вайымһыҙлыҡтары өсөн улар үҙҙәре ғәйепле һәм банктан йәки урамдағы кредиторҙан бурысҡа алыуҙың ниндәй ҙур яуаплылыҡ йөкмәтеүен яҡшы беләләр.
Башҡортостанда бирелгән микрозаймдар күләме, мәҫәлән, былтыр 10 миллиард һумға еткән. Алдағы йыл менән сағыштырғанда, был 7,3 процентҡа күберәк. Микрофинанс ойошмалары ошо осорҙа республика халҡына бөтәһе 800 меңдән ашыу заем таратҡан.
Был хәл илебеҙҙең башҡа төбәктәренә лә хас. Ә бының фажиғәле эҙемтәләре лә аҙ түгел. Кострома өлкәһендә бер ҡатын алған микрокредит 20 мең һум ғына тәшкил иткән, уның йылына 547,5 процент менән бирелеүенә иғтибар итеп тормаған, тиҙ генә ҡайтара аласағына ышанған, күрәһең. Әммә донъяла көтөлмәгән хәлдәр ҙә булғылай: ул ваҡытында иҫәп-хисап яһай алмаған һәм хәҙер унан әлеге кредиттан туғыҙ тапҡырға күберәк сумма талап итәләр! Кредит килешеүе хәйләкәр төҙөлгән булған: аҡсаны файҙаланған өсөн процент көнөнә 1,5-тән 8,5-кәсә арта барырға тейеш, кредитты хеҙмәтләндереү буйынса йөкләмәне үтәмәгән өсөн неустойка ҡаралған.
Һөҙөмтәлә ҡатынға ҡарата суд дәғүәһе бирелгән һәм унан 190 мең һум талап иткәндәр. Судья неустойканың күләме артыҡ юғары тип тапҡан һәм 20 мең һумлыҡ төп бурысты, 35,7 мең һумлыҡ неустойканы һәм суд сығымдарын түләтергә тип ҡарар сығарған. Ә Екатеринбургта бер ғаилә заем буйынса ставканы 120 проценттан 60-ҡа төшөртөүгә өлгәшкән. Суд аша, әлбиттә.
Ә Воронеж өлкәһендә микрокредит ойошмаһы бер ҡатындан хатта ул файҙаланмаған кредит буйынса бурысты ҡайтарыуҙы талап иткән. Судҡа дәғүәлә был ойошманың юристары ошо гражданканың кредит картаһы алырға риза булыуы, ә һуңынан уның буйынса барлыҡҡа килгән бурысты түләмәүе хаҡында әйтелә. Ҡатындың раҫлауынса, уға бер йыл дауамында туҡтауһыҙ бурысты ҡаплауҙы талап иткән смс-хәбәрҙәр ебәргәндәр, әммә ул кредит карточкаһы алмаған, һис ниндәй карточкаға активация үткәрмәгән. Юристар иһә судта ошо ҡатындың телефонына ебәрелгән смс-хәбәрҙәрҙе генә күрһәтә алған.
– Гражданлыҡ процессуаль кодексының 56-сы статьяһына ярашлы, һәр яҡ үҙ талаптарын иҫбатларға тейеш, дәғүәсегә был ҡатындың картаға активация үткәреүен һәм уның буйынса аҡса алыуын иҫбатларға тәҡдим ителде. Әммә был смс-хәбәрҙәрҙең береһендә лә картаға активация үткәреү тураһында мәғлүмәт йәки ошо ҡатындың быға ризалыҡ биреүе юҡ. Шуға күрә суд микрокредит ойошмаһының дәғүәһен ҡәнәғәтләндермәне, – ти ошо ҡала судының матбуғат секретары Л. Ладыкина.
Тимәк, микрокредит алғанда бик иғтибарлы булыу талап ителә. Ә бындай ойошманың мәкерле ысулдары ла булырға мөмкин. Мәҫәлән, бурысты килешеүҙә ҡаралған ваҡыттан алдараҡ түләргә ҡамасаулауҙары мөмкин, сөнки процентты аҙыраҡ түләтергә тура киләсәк. Шулай уҡ бурысты түләгәндән һуң күпмелер сумманың тороп ҡалыуы хаҡында хәбәр итмәйҙәр (әйтәйек, комиссия өсөн бер нисә һумлыҡ ҡына түләү), ләкин уның проценттары ҙур суммаға әүерелгәс кенә, талап итә башлайҙар.