Асҡын районы хакимиәте етәкселеге йәштәр мәнфәғәтен хәстәрләй. Ошо көндәрҙә төбәктә йәшәгән үкһеҙ етем Максим Бабкинға фатир асҡысы тапшырылды. Уның нисек шатланғанын күрһәгеҙ икән!
– Беҙҙә бөтәһе 42 етем ҡыҙ һәм егет фатир алыу өсөн сиратҡа баҫҡан ине, йыл башынан исемлектәге һигеҙ баланы мөйөшлө иттек тә инде, – тип һөйләй Асҡын районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илнур Иғдиев. – Береһен дә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Уларға фатир биреү – киләсәктә маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн ҙур ишектең асылыуы менән бер. Был егеткә лә киләһе көндәрҙә тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Максим Бабкин бығаса туғандарында йәшәгән, ә хәҙер, әйтеүенсә, бынан ары кеше тупһаһын тапамаясаҡ.