Балалар баҡсаһындағы бассейнда батып үлгән тәрбиәсе тураһында яҙғайныҡ инде. Ошо көнгә тиклем уның үлеме сәбәбе асыҡланмаған. Әлегә суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәһе билдәле түгел: батҡанмы ул, йәки башҡа сәбәптәр булғанмы.
Ә был ваҡытта ғаилә һаман ҡайғыһынан арына алмай. Уларҙы билдәһеҙлек тә борсой. 51 йәшлек Людмила ғүмеренең ҙур өлөшөн балалар тәрбиәләүгә арнаған.
Был ғаиләлә Людмила үлгәнгә тиклем үк ауыр мөхит булған – ҡатындың атаһы яман шеш менән сирләп, ауыр хәлдә ята икән. Ир кешелә сирҙең дүртенсе дәрәжәһе һәм һауығыуға өмөт ҡалмаған. “Беҙ Людмиланың атаһын күмергә тип әҙерләнә инек, һөҙөмтәлә уның үҙен ерләргә мәжбүр булдыҡ”, – ти ғаиләнең яҡын танышы.
Ғаилә ағзаларынан һуңғыһы булып Людмила ете йәшлек ейәне менән аралашҡан икән. Малай өләсәһенә “Мин һине яратам” тип әйткән, көлөшөп аралашҡандар. “Мин әле эштә, оҙаҡламай ҡайтам”, – тигән ул ейәненә. Матбуғатта тәрбиәсе эскән булған тигән мәғлүмәт сыҡҡайны. Ғаилә был һүҙҙәрҙе инҡар итә. Ейәне лә өләсәһенең айныҡ булыуын билдәләгән.
Туғандары әле һаман фараздар сығара. Төп версия – баш һөйәге-мейе йәрәхәте. Был йәрәхәттең булыуын табиптар ҙа дәлилләгән. Моғайын ул йығылып башын бәргән һәм ошо сәбәпле бассейнда тонсоҡҡандыр. Әйткәндәй, табиптар килгән саҡта ул аңында булған, тиҙәр. Тик уның ғүмерен ҡотҡара алмайҙар... Икенсе фараз буйынса ул инсульт кисергән. Хеҙмәттәштәре белдереүенсә, Людмила һуңғы ваҡытта йыш ҡына йөрәге ауыртыуға зарланған.
Сәбәптәрҙе экспертиза асыҡлар. Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.