Быйыл республика Башлығы вазифаһына дәғүә иткән Сания Тимасова халыҡты тағы аптырата, тынысланырға ирек бирмәй. Табутҡа инеп ятып, интернет ҡулланыусыларҙы ҡурҡыуға ла төшөрҙө, әле килеп, ыҙғыш, янъял менән иренән айырыласағын белдерә.
Социаль селтәрҙә ҡатын иренең туҡмауын асыҡтан-асыҡ һөйләп, балаларын алып китергә тырышыуын, полиция саҡыртырға мәжбүр булыуын яҙа. ”Эйе, мин иҫәр, уға ышандым, өмөтләндем. Беҙ бергә йәшәмәйбеҙ, әммә рәсми рәүештә айырылышмағанбыҙ ҙа. Мин уға хәлде яйға һалырға мөмкинлек биреп, яңылышҡанмын. Түҙер хәлем ҡалманы, был йылдың иң ғауғалы никах тарҡалыуы буласаҡ!” - тип эс серҙәре менән бүлешә ул.
Ысынбарлыҡта хәл тап әсә әйткәнсә булһа, әлбиттә, күңелебеҙ менән Сания яғында, ғаиләнең тотороҡлоғо, балаларҙың бәхете хаҡына килешеп, ығы-зығыһыҙ мәсьәләне көйләү яғында. Ҡасандыр бер-береһен яратышып өйләнешкәндәр бит.