Әсә көнө уңайынан гүзәл заттарҙы Әсәлек даны миҙалы менән бүләкләнеләр. Ҡараһам, тәбрикләнеүселәр араһында класташым Салауаттың ҡатыны Гөлнәзирә лә бар. Бына шатлыҡ! Ауыл менән бәйләнеш өҙөлгәне юҡ, шуға күрә уларҙың күп бала үҫтереүен, матур йортта йәшәүен белә инем. Ә бөгөн килеп ҙур наградаға лайыҡ булыуҙары – ауылыбыҙ өсөн генә түгел, район өсөн дә ҡыуаныс! Улар Дәүләкән районының Мәкәш ауылында йәшәй
Класташым Салауат Моталлапов – Илүс ағай менән Мәрйәм апайҙың өлкәне улдары. Самат менән Земфира ла бар. Һеңлеләре йәшләй генә донъя ҡуйҙы, йәне йәннәттә булһын! Илүс ағай ҙа бынан бер нисә йыл элек вафат булды.
Хәҙер инде өс балалы Моталлаповтарҙың ана үҙҙәренең биш ейәне үҫеп килә: Миләүшә, Тимерхан, Камилә, Рәдиф, Рамаҙан. Аллаға шөкөр, күркәм йорт алып, балаларына матур тәрбиә биреп үҫтерә улар. Ҡайтҡас, тағы ла ҡотлармын әле. Ә әлегә Гөлнәзәрәнең “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеүенә ҡыуанып, Салауат класташымды ла “герой-атай” тип ҡуйҙым! Уҡығанда ла күркәм холоҡло булды ул, тыныс, эшһөйәр.
Киләсәктә һеҙҙең балаларығыҙ өсөн дә ҡыуанырға яҙһын Гөлнәзирә, Салауат!
Фото “Балҡантау” гәзите сайтынан.