Йәмғиәт
23 Ноября 2019, 12:15

Кеше үлтереүсе видеокамераға эләккән

Был әҙәмде таныһағыҙ йә ҡайҙалыр осратһағыҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.

22 ноябрҙә иртән Күмертауҙағы Ғафури урамындағы өйҙөң подъезында 47 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһенә тап булалар. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты тарафынан кеше үлтереү дәлиле буйынса енәйәт эше асылған.
Үлгән ирҙең маңлай-сикә өлөшө, муйыны һәм эсе атыу ҡоралынан үтәләй яраланған. Уға һөжүм итеүсе видеокүҙәтеү камераһына эләккән. Кадрҙан күренеүенсә, бер ир енәйәт ҡылынған урындан һуң ғына сығып китә.
Хәҙерге мәлдә тәфтишселәр полиция менән берлектә фараз ителгән кешене эҙләй. Ҡарамаҡҡа уға 25-30 йәш, уртаса буйлы, оҙонса йөҙлө, һарғылт ҡашлы, тура танаулы, ирене уртаса ҡалынлыҡта.
Биленә тиклем төшкән ҡара куртка, ҡара шапка, һығып торған трико кейгән.
Әгәр ҙә берәйһе был әҙәмде таныһа йәки ҡайҙалыр осратһа, 02 йәки 102 һандарына буйынса хоҡуҡ һаҡсыларына хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото Башҡортостан Тәфтиш комитетынан.
Читайте нас