Йәмғиәт
24 Ноября 2019, 17:10

“Башлығым юҡ, зинһар, ярҙам итегеҙ”

– Куртка менән бейәләйҙе лә саҡ таптым. Өйҙәгеләр барыһы ла эсә...

Ун йәш тирәһендәге малайҙы хәйер һорашып йөрөгән мәлендә видеоға төшөрөп алалар.
Ул, башлыҡ алыуға йыям тип, аҡса һораған, өйҙәгеләр барыһы ла эсә, тигән. Кейергә бер нәмәм дә юҡ, куртка менән бейәләйҙе саҡ таптым, тип белдергән малай. Бер осраҡлы водитель йәлләп аҡса биргән, полицияға барып хәлде һөйләргә кәңәш иткән. Тик малай балалар йортона алып китеүҙәренән ҡурҡыуын әйткән.
Водитель төшөргән видео социаль селтәрҙәргә эләгеп, интернетта ҙур шау-шыу тыуҙыра. Малайҙы белеүселәр ҙә табыла. Уның исеме - Кирилл. Алина Захарьяш исемле ҡатындың һүҙҙәренән, ғаилә Бөрө ҡалаһынан. Ысынлап та, малайҙың өләсәһе менән олатаһы эскесе икән. Ә бына әсәһе - супермаркетта һатыусы-кассир, ауыр хәлдә ҡалған ҡатын. Сөнки өләсәй кеше эсеп алып, ейәненең күҙ алдында йыш ҡына ҡыҙына ҡул күтәрә, әрләшә, икеһен бүлмәһенән ҡыуырға маташа икән. Баҡтиһәң, улар бер ятаҡта көн күрә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малайҙың атаһы хәрби хеҙмәте барышында Украинала һәләк булған. Ғаилә ҡараусыһын юғалтыу буйынса пособиеға йәшәй.
Алинаның фекеренсә, Кириллдың кейергә кейеме барҙыр, сөнки әсәһе уны һәйбәт ҡарай. Малай үҙе бик әүҙем, күп ваҡыт уйлап сығарып һөйләй, алдаша, хатта уҡытыусыларға ла уның менән ауыра тура килә икән.
Видео киң йәмәғәтселеккә таралғас, малайҙы махсус приемникка урынлаштырғандар. Хәҙер әсәһенә баланы үҙенә алып ҡалыу өсөн көс түгергә тура киләсәк...
Фото: Уфа1.
Читайте нас