Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 16:50

Ундай әүлиәләр мең йылға бер тыуалыр

Мөжәүир хәҙрәт йәки Хәҙрәт олатай тигән бөйөк шәхес хаҡында бала саҡтан уҡ ишетеп үҫтем, сөнки миңә исем ҡушҡан Ғәлимйән ҡартатайым тураһында (өләсәйемдең атаһы) әле булһа ла “уға бит Мөжәүир хәҙрәт ҡул биргән” тип иҫләгән оло быуын кешеләре бар.

Мөжәүир хәҙрәт йәки Хәҙрәт олатай тигән бөйөк шәхес хаҡында бала саҡтан уҡ ишетеп үҫтем, сөнки миңә исем ҡушҡан Ғәлимйән ҡартатайым тураһында (өләсәйемдең атаһы) әле булһа ла “уға бит Мөжәүир хәҙрәт ҡул биргән” тип иҫләгән оло быуын кешеләре бар.
Эш сәфәре менән Баймаҡ райо­нының Байыш ауылына барырға тура килгәс, кино төшөрөүсе төркөмөбөҙ менән сменанан һуң, бик кисләп булһа ла, Манһырға – Мөжәүир олатайҙың зыяратына юл тоттоҡ. Күмәк сәйәхәттә балалар, төрлө милләт вәкилдәре, хатта мосолман түгелдәр ҙә бар ине.


Автобус менән юлға сыҡтыҡ. Был төбәкте бер аҙ белгәндәр өйрәтеп бара, тик тау-таш аша барған юлыбыҙ беҙҙе аҙаш­тырҙы. Ҡаңғырып тегеләй-былай йөрө­гәнсе, ҡараңғы төшә башланы. Йөрөп-йөрөп тә, олатайҙың зыяратын таба ал­ма­ғас, Манһырға инеп һорашырға тип кире боролдоҡ. “Бар, Мәрйәм, һин һөй­ләш”, – тип мине индереп ебәрҙеләр. Йорт­ҡа ингәс тә, иң тәүҙә өй хужаларынан ғәфү һораным. Кино төшөрөү төркөмө ме­нән килеүебеҙ, эштән һуң ола­тайҙың ҡә­беренә зыярат ҡылырға ниәт итеүебеҙ, юлды таба алмай йөрөүебеҙ хаҡында әйт­тем. “Ниңә былай ҡараңғыға ҡалып йө­рөйһөгөҙ, башҡаса улай итмәгеҙ”, – тип юлды өйрәтеп ебәрҙеләр, рәхмәт төш­көрҙәре!


Беҙ барып еткәндә төн ине. Дөм-ҡараңғыла барып индек зыяратҡа. Тирә-яҡта бер нәмә лә күренмәй. Тик шуныһы ғәжәп: олатайҙың ҡәбере янында яп-яҡты! Хатта ҡәбер ташын­дағы яҙыуҙары ла ап-асыҡ булып күренеп тора. Мин тирә-яҡҡа ҡарайым да тағы ҡәбер ташына бағам – аптырайым... Вәт, мөғжизә! Ғәжәп күренеш бит! Яҡтылыҡ ҡәбер ташына ғына төшөп ҡалмай, ҡайҙандыр йыраҡтан, ниндәйҙер бер мөғжизәүи нур бөркөлә кеүек.


Мин әлеге хәлгә оҙаҡ ғәжәпләнеп йө­рөнөм. Был ваҡиғаға арыу уҡ ваҡыт үткәс, яҙмыш мине әүлиәбеҙ тура­һында бар ға­ләмгә мәғлүмәт таратыусы Лира апай Яҡшы­баева менән танышырҙы. Ул бүләк иткән “Мөжәүир хәҙрәт” исемле китапты уҡып сығып, әүлиәне үҙем өсөн өр-яңынан астым.


Сибай театры сәхнәләштергән “Әүлиә” спектаклен ҡарап, тағы бер тапҡыр рухландым. Ошо көндәрҙә был сәхнә әҫәре Өфөләге Милли йәштәр театрында ҡабатлап күр­һәтелде. Арыҫлан Мөбәрәков исе­мендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры коллективына, автор Лира апай Яҡшыбаеваға, режиссер Дамир Ғәлимовҡа ихлас рәхмәтемде еткерәм. Ә Мөжәүир олатай образын һын­ландырған актёр Урал Зәйнуллин тураһында күпме һоҡланыу һүҙҙәре әйтһәң дә, аҙ булыр кеүек! Нисә тапҡыр ҡараһаң да, был спектаклде ҡарап туйып булмай. Ул респуб­ликаның һәр төбәгендә, күрше Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә зал тулы тамашасы йыйыуын дауам итә. Ҡайһы бер ауылдарҙа ултырып түгел, хатта баҫып ҡарарға урындар булмаған, ти.


Бындай әүлиәләр йөҙ, бәлки, мең йылға бер тыуалыр. Башҡортостан – әүлиәләр иле, тип юҡҡа ғына әйтмә­гәндәрҙер. Ошо ерҙә тыуыуыбыҙ һәм шундай шәхестәребеҙ булыуы менән бәхетле икәнлегебеҙҙе белеп йәшәйек.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в