Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бүздәк районына юлланды.
Муниципалитет биләмәһендә Башҡортостан ит компанияһының селекция-генетика үҙәге эшләй башланы. Әйткәндәй, компания Европала ошондай йүнәлештәге иң ҙур предприятие иҫәпләнә, “Таврос” компаниялар төркөмөнә инә. Үҙәк төҙөлөшө 2018 йылда тамамланған. Инвестицияның дөйөм күләме өс миллиард һум тәшкил иткән, 200-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Бында йыл һайын 20 меңгә яҡын тоҡомло сусҡа үрсетеү, тере ауырлыҡта 13 мең тонна сусҡа ите етештереү күҙаллана. Мәғлүм булыуынса, быйыл майҙа Башҡортостандың Инвестиция комитеты ултырышында проект төҙөлөшкә сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға дәүләт ярҙамы алғайны.
Ошонда уҡ Радий Хәбировҡа 2019 йылда Шишмә шәкәр заводында етештерелгән шәкәрҙең миллионынсы тоғон һәм Собханғол ауылындағы фабрикала сығарылған кондитер ризыҡтарын күрһәттеләр.
1995 йылдан эшләгән Бүздәк психоневрология интернатында тулы дәүләт тәьминәтендә 144 кеше йәшәй. Улар өсөн бында бөтә шарттар тыуҙырылған. Әле һыу бүлеү системаһы реконструкцияһы һәм мунса-кер йыуыу комплексы төҙөлөшө тамамланып килә. Быйыл интернатта һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙе үҙаллы тормошҡа өйрәтеү буйынса фатир асылған. Ошондай уҡ фатир Өфөлә лә булдырылғайны. Төбәк етәксеһе учреждениелағы йәшәү шарттары менән танышты, белгестәр һәм фатирҙа йәшәгән кешеләр менән аралашты.
Республика Башлығы шулай уҡ үҙәк район дауаханаһында булды. Декабрҙә бында капиталь ремонттан һуң өс ҡатлы дауалау корпусы сафҡа индерелә. Радий Хәбиров дауахана һәм муниципалитет етәкселеге менән медицина кадрҙарын йәлеп итеү, ҡорамалдар менән тәьмин итеү, табипҡа яҙылыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Бүздәк консерва комбинатында төбәк етәксеһе етештереү майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты, сығарылған продукция менән танышты. “Пищепром” йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Камалетдинов әйтеүенсә, әле предприятие етештереүҙе яңыртыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Радий Фәрит улы республиканың заводҡа ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
– Предприятиеғыҙҙың продукцияһын күптән беләм. Байтаҡ быуын вәкилдәре Бүздәк консерваларын ашап үҫкәндер. Студент йылдарында мин дә уларҙы һатып ала торғайным. Һеҙгә артабан да йылдам үҫеш теләйем, – тине ул.
Бүздәк металл прокат заводы Радий Хәбировтың эш сәфәрендә киләһе пункт булды. Ҡорос арматура етештереү предприятиеһы Башҡортостанда ике йыл элек асылған. Заводтың генераль директоры Артем Ғимаев әйтеүенсә, бында Иран ҡорамалдары файҙаланыла. Республика Башлығы предприятие етәкселеген инвестиция пландары буйынса фекер алышыу өсөн “Инвестиция сәғәте” ултырыштарының береһенә саҡырҙы.
“Бүздәк” теплица хужалығында Радий Хәбировҡа төҙөлөш, етештереү күләме һәм майҙандары, инвестиция проекттары тураһында һөйләнеләр. Комплекста Голландия тәжрибәһен файҙаланып, ҡыяр үҫтерәләр. Төбәк Башлығы агробизнес менән шөғөлләнеү алымын юғары баһаланы, предприятиеға булышлыҡ итергә вәғәҙә бирҙе һәм хужалыҡ етәкселәрен “Инвестиция сәғәте” ултырышына саҡырҙы.
Бүздәк ауылында Радий Хәбиров “Башлыҡ сәғәте”н үткәрҙе. Унда муниципалитеттың социаль-иҡтисади хәле, үҫеш күрһәткестәре, ихаталарҙы һәм подъездарҙы төҙөкләндереү, сүп-сар реформаһы буйынса фекер алыштылар. Кәңәшмәгә тиклем республика етәксеһе күптән түгел төҙөкләндерелгән Ленин исемендәге скверҙы ҡарап сыҡты.