– Татыу ғаиләлә тыуып үҫкәнемә әле килеп, етмеш йәште ҡыуа барғанымда, ифрат һөйөнәм, – ти Лира Нуретдин ҡыҙы. – Һуғыштан һуңғы йылдарҙа һигеҙ баланы үҫтереү, кеше итеү атай-әсәйемә еңелдән булмағандыр, – тип хәтерләй балалыҡ йылдарын хеҙмәт ветераны.
Атаһы һуғыштан күҙҙәрен юғалтып, һуҡырайып ҡайта. Шулай ҙа балалары уның бер ҡасан тик ултырғанын күрмәй. “Ҡулығыҙҙан китап төшмәһен, уҡығыҙ, – тип ҡабатларға яратҡан Нуретдин ағай дүрт ҡыҙы һәм дүрт улына. – Уҡымаһағыҙ, ишектәр ябыҡ булыр һеҙҙең өсөн”.
– Әсәйем китап тотоп ултырған балаһына эш ҡушмаҫҡа тырышыр ине. Ябай хеҙмәт кешеләре булыуҙарына ҡарамаҫтан, тәбиғи аҡылдары менән белемдең көс-ҡеүәтенә, тормошҡа путевка булыуына ата-әсәм ныҡ ышанды. Һуҡыр атайҙың һигеҙ балаһы ла уҡып кеше булды. Бишеһе юғары белем алды, ҡалғандары техникум тамамланы, – ти хеҙмәт ветераны.
Лира Әһәҙуллина Саҡмағош районының Рәжәп ауылында тыуып үҫкән. Тәүҙә уҡытыусы булып эш башлай, райондың комсомол, аҙаҡ партия комитеттарында, страховкалау компанияһында эшләй. Өфөләге Һаҡлыҡ банкының Совет районы бүлексәһендә иҡтисадсы-финансист вазифаһын атҡара, Торлаҡ-төҙөлөш фондында эш хаҡы түләү системаһын булдырыуға ҙур көс һала. Был хеҙмәте өсөн министрлыҡтың Почет грамотаһына лайыҡ була.
Ғөмүмән, Лира Нуретдин ҡыҙы – бик тынғыһыҙ, эшһөйәр заттарҙың береһе, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Коллектив ағзалары балаларының ялын ойоштора, һауыҡтырыу мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә ала. Әле лә ул тик ятмай, КПРФ-тың Киров районы бүлегендә секретарь йөгөн тарта.
– Беҙҙең быуын иңенә ауырлыҡтар күп төшһә лә, үҙебеҙҙе бик бәхетле тип иҫәпләйем, Совет власының хәстәрлеге арҡаһында инвалид Нуретдиндең һигеҙ балаһы ла белемле, һөнәрле, эшле булды. Атай-әсәйҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек, – ти хеҙмәт ветераны.