Балтас районы Көндәшле ауыл советы биләмәһенең 56 йәшлек депутатына ҡарата суд хөкөм ҡарары сығарған. 2014 йылдың ғинуарында ғәйепләнеүсе 5,6 мм калибрлы 100 дана патрон табып ала. "Ҡорал тураһында"ғы Федераль законға ҡаршы килеп, депутат патрондарҙы үҙендә ҡалдыра. Ошоноң һөҙөмтәһендә ирҙе "Законһыҙ ҡорал алыу һәм һаҡлау" тигән статья буйынса ғәйепләгәндәр.