Йәмғиәт
4 Декабря 2019, 15:25

Һикерә торғас, суд эскәмйәһенә барып еткән

Һикерерҙән алда түләрен уйлаһа ни булған...

Өфө районының Суровка ауылында йәшәгән ир өй эргәһендә туҡтап торған иномаркалар өҫтөнә менеп һикергән. Хәҙер уны был ҡылығы өсөн суд эскәмйәһенә ултырталар.

Быйыл сентябрҙә була был хәл. Ҡырын тейәгән ир Тыныслыҡ урамының 8-се йорто янында туҡтап торған Kiа Rio һәм Fordавтомобилдәрен бер сәбәпһеҙгә һуҡҡылай башлай, ишектәренә тибә, өҫтәренә менеп һикерә. Шулай итеп, машиналарға 65 мең һумлыҡ зыян килтерә. Уны полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт өҫтөндә тота.

Шулай ҙа ир үҙенең ғәйебен танымай. Прокуратура мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Билдәле әйтемде үҙгәртеп, һикерерҙән алда түләреңде уйла, тип әйтке килә был кешегә…


Фото: pixabay.com
Читайте нас