Йәмғиәт
4 Декабря 2019, 06:30

Мәғлүмәт һатып ятҡан

Кеше вафат була... Күптә үтмәй ритуаль агентлыҡтарҙан шылтырата башлайҙар. Ҡайҙан белеп ҡалалар ҙа, ҡайҙан ишетәләр тиһегеҙме?

Кеше вафат була. Яҡындары өсөн бынан да ҙур ҡайғының булыуы мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта бүтәндәрҙең хәсрәтендә аҡса эшләп ҡалырға теләүселәрҙең күплеге башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы дежур часының оператив дежур ярҙамсыһы ҡапыл вафат булғандар хаҡында ритуаль хеҙмәт агентлыҡтарына хәбәр ебәреп тора. “Хеҙмәте” өсөн тегеләре биш мең һум күләмендә әжерен бирә. Әммә сираттағыһында уны эләктерәләр.
Нәфсеһенә хужа булмаған полиция инспекторы вазифаһынан алына, енәйәт эше ҡуҙғатыла, үҙ бурысын мәкерле ниәттә файҙаланған өсөн 50 мең һум күләмендә штраф һалына.
Тәртип һағында торған кешенең үҙе үк намыҫ тигән төшөнсәне онотоп, енәйәтселеккә барыуы ғәжәпкә ҡалдыра.
Фото: twitter.com

Читайте нас