Прокурор хөкөм ителеүселәрҙе реаль срокка иркенән мәхрүм итеүҙе талап иткән. Суд ғәйепләнеүселәрҙең һуңғы һүҙен тыңлағас, хөкөм ҡарары Яңы йылға тиклем билдәле булыр, тип хәбәр иткән.
Прокурор көсләүселәрҙе туғыҙ йылға рәшәткә артына оҙатыуҙы талап итә. Мәҫәлән, Өфө Эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы Эдуард Матвеев - туғыҙ йылға, Ҡырмыҫҡалы полиция бүлегенең элекке башлығы Салауат Ғәлиев - туғыҙ йылға, Өфө районы миграция хеҙмәтенең элекке етәксеһе Павел Яромчук һигеҙ йылға хөкөм ителергә тейеш, тип иҫәпләй прокурор.
Элекке полицейскийҙарҙы яҡлау яғы иһә уларҙы ғәйепле түгел тип раҫлауын дауам итә. Адвокаттарҙың береһе "иң насар һөҙөмтәгә әҙерләнәбеҙ", тип белдергән.
- Судта бар адвокаттар хөкөм ителеүселәрҙе аҡларға кәрәк, тип дәлил килтергән. Беҙ Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре үткәргән экспертиза һөҙөмтәләрен шик аҫтына ҡуябыҙ, - тип белдергән адвокаттар.