Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен атыуҙа ғәйепләнгән Рәмил Шәмсетдинов ғәскәри бурысын үтәгән хәрби часть йыл аҙағына тиклем бөтөрөләсәк. Рәсәйҙең Оборона министрлығынан шул хаҡта хәбәр итәләр.
Билдәле: әле Рәмилдең ғәйебен тикшереү эше бара. Частың юҡҡа сығарылыуы уны ҡатмарлаштырыуы ихтимал. Был хаҡта егеттең атаһы: “Хәҙер тәфтишселәр шаһиттарҙан нисек мәғлүмәт йыйыр, бөтә Рәсәй буйлап йөрөргә тура килерме икән?" - тип ғәжәпләнә.
Төрлө ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, декабрь урталарына Рәмилдең психикаһына экспертиза үткәреләсәк. Һалдат һәм адвокаттар махсус белгестәр эшләйәсәк ҡарар менән танышҡан.