Билдәле журналист, алып барыусы Ксения Собчак менән йырсы, быйыл Башҡортостандың халыҡ йырсыһы исемен алған Алһыу Сафина кисә Илеш районы Уяндыҡ ауылында булған.
Билдәле булыуынса, был ерҙәр – йырсының атаһы, элекке сенатор Рәлиф Сафиндың бәләкәй Ватаны.
Йондоҙҙар ауыл халҡы менән аралашҡан, улар тарафынан бүләктәр алып ҡыуанған. Бынан тыш, Ксения менән Алһыу урындағы халыҡҡа ҡушылып башҡорт бейеүен дә бейегән.
Хәбәр ителеүенсә, уларҙың Илешкә килеү сәбәбе билдәле түгел.