Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2019, 23:00

Ерҙә эшләү өсөн белем кәрәк

"Бер нисә йыл эшләп килгән "Фермер мәктәбе" проекты форматын үҙгәртергә булдыҡ. Программаға яңы һөҙөмтәле алымдар индерҙек".

Республикала өсөнсө йыл рәттән Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында үткәрелгән "Агробизнес мәктәбе" эш башланы. Теләгән һәр кеше бында агросәнәғәт комплексындағы бизнес проектын тормошҡа ашыра ала.
Мәктәптә эшҡыуарҙар ғына түгел, яңы башлап тотонғандар ҙа үҙ мәшғүллеген ойоштороу, күҙаллау, камиллашыу, заман шарттарына яраҡлашыу кеүек мөмкинлектәргә эйә.
"Республикала кооперация хәрәкәте үҫеш ала, – тине ауыл хужалығы консультация үҙәгенән Ирек Сакаев. – Бөгөн беҙҙә 323 ауыл хужалығы кооперативы эшләй, улар ун айҙа бер миллиард һумдан ашыу тулайым продукция етештергән. Кооперативтарҙың һәм фермерҙарҙың һөҙөмтәле хеҙмәте хужалыҡ етәкселәренең белеменән, оҫталығынан да тора. Шуға ла алда торған мәсьәләләрҙе иҫәпкә алып, бер нисә йыл эшләп килгән "Фермер мәктәбе" проекты форматын үҙгәртергә булдыҡ. Программаға яңы һөҙөмтәле алымдар индерҙек".
Лекциялар, тренингтар дүрт көн дауам итә. Власть органдары етәкселәре, әйҙәүсе бизнес-тренерҙар, консультанттар, шулай уҡ ауыл хужалығы эшҡыуарҙары сығыш яһаясаҡ, тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Мәктәпте тамамлағандарға сертификат тапшырыла.
Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан алынды.
Читайте нас