Бүздәк районының Батырша-Ҡобау ауылы кешеләре бына бер нисә көн инде хужаһын эҙләп йонсоған эттең яҙмышы өсөн борсола. Ерән төҫтәге һунар этенең машинанан машинаға йүгергеләгәнен күреп, халыҡ аптырай.
Этте ашатыусылар ҙа, яратыусылар ҙа күп. Үҙе лә кешеләргә ылығып ҡына бара, әммә һаман да хужаһын көтә, яманһыулай.
- Шулай ҙа була икән! Бахыр хайуанҡай килеп туҡтаған һәр машинаға йүгереп килеп, хужаһын эҙләй, эсенә инеп ҡарарға тырыша, һаман да табырына өмөтөн өҙмәй, күрәһең, - тип аптырай ауылдаштар. Улар социаль селтәрҙәр аша эт хужаһын табырға ярҙамлашыуҙы һорай. Ошондай тоғро йән эйәһенә хыянат итеү мөмкин түгел, тигән уйҙа кешеләр.