Заман күҙ алдында үҙгәрә, яңы технологиялар менән бер рәттән, бығаса беҙ ишетмәгән яңы профессиялар, һөнәр эйәләре ишәйеп тора. Шуларҙың береһе – коуч-психолог, дизайнер Гүзәл Салауат ҡыҙы Килдина бөгөн ҡыҙы Алтынай менән беҙҙең редакцияла ҡунаҡта.
– Гүзәл, мин һинең Башҡорт дәүләт медицина университетын уңышлы тамамлап, невропатолог белгеслегенә эйә булыуыңды беләм. Абруйлы һөнәреңде ситкә ҡуйып, башҡа йүнәлеште үҙ итеүеңде аңламайым. Сәбәбе ниҙә?
– Табип һөнәрен ташланым тип әйтә алмайым, ул миңә әле лә ярҙам итә. Ә кинәт башҡа йүнәлеште һайлауым үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Инсульттан, нервы сирҙәренән һуң ҡаты ауырығандар менән эшләгәндә уларҙы йәлләү тойғоһо миңә ҡамасаулағанын һиҙҙем. Ошондай ҡыҙғаныс хәлгә төшмәү өсөн нимәлер эшләп булыр инеме икән, тип уйландым. Университетта уҡығанда лекторҙың бер ҡыҙыҡлы лекцияһы иҫтә ҡалған. Ул “бөтә сирҙәрҙең 99 проценты – баштан, барыһы ла беҙҙең эске донъябыҙ торошонан килә”, тип аптырашта ҡалдырғайны.
Улай булғас, беҙ нимә дауалайбыҙ һуң, нимәне һауыҡтырабыҙ? Билдәле лектор “беҙҙә система шулай ҡоролған”, тип әйтеү менән сикләнде. Был көтөлмәгән яңылыҡ көнсығыш медицинаһы менән ҡыҙыҡһыныуымды көсәйтте. Көнсығыш аҡылы кешенең эске торошонан уның тышҡы ҡиәфәте, сәләмәтлеге, хатта тормоштағы уңыш-уңышһыҙлыҡтары тора тип иҫәпләй.
Мин ҙур теләк менән психология фәнен өйрәнә башланым. Һин ниндәй уйҙар менән йәшәйһең, маҡсаттарың ниндәй, эске донъяң таҙамы – сәләмәтлек, тышҡы йөҙ-ҡиәфәт тап ошо факторҙар менән тығыҙ бәйләнгән. Хис-тойғоларын тыя алмай, асыуҙан, көнләшеүҙән ҡара янған кешенең иң тәүҙә бауырына зыян килеүен яҡшы беләбеҙ бит.
– Шулай итеп, үҙеңде күңел һәм тирә-яҡ мөхит матурлығын өйрәнеүгә, интерьер дизайны үҙләштереүгә бағышламаҡсы булдың инде...
– Эйе, тағы бер юғары белемгә эйә булдым. Дизайн ул бит һинең өйөңдәге стена йәки өҫтәл, ултырғыс ҡына түгел. Был эш тә психология менән ныҡ бәйле. Европала 60-сы йылдарҙа уҡ билдәле белгестәр ҡатнашлығында юҡҡа ғына “Бәхет киңлеге” тигән ҡыҙыҡлы йүнәлеш барлыҡҡа килмәгән бит. Ғалимдар хатта һин йәшәгән йорттағы уңайлыҡтарҙың, төҫ һәм яҡтылыҡ гармонияһының, тәртиптең сәләмәтлеккә туранан-тура тәьҫирен раҫлаған. Ғүмер оҙайлығының 60 – 70 проценты яҡтылыҡ менән бәйле, ти ғалимдар. Уңайлы, дөрөҫ урынлаштырылған яҡтылыҡ сығанаҡтары ғүмерҙе биш-ете йылға оҙайтыуы яҡшы билдәле. Бра, люстра һәм башҡа электр яҡтыртҡыстарҙың нисек ҡуйылыуынан, яҡтыртыу сифатынан, хатта күңелегеҙгә ятыуы һәм кәйефте күтәреүенән дә күп нәмә тора. Ул бит беҙҙең нервы системаһы менән тығыҙ бәйле, организмдың бөтә функцияларына йоғонто яһай. Кеше ни өсөн тәбиғәт ҡосағына сығыуҙан ҙур кинәнес ала? Сөнки унда тәбиғәт закондары хакимлыҡ итә, бөтәһе лә гармонияла, сәскә, үлән еҫтәре, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ матурлыҡ күңелде иркәләй, көс бирә, ҡәнәғәтлек тойғоһо уята. Кеше организмында ла ошо тәбиғәт ҡанундары һалынған, бары файҙалана белергә кәрәк.
– Ҡайһы берәүҙәрҙе бүлмәләге яҡтылыҡтың йәки стеналағы обойҙарҙың ниндәй төҫтә, фактурала булыуы, тәҙрә аша ниндәй күренеш асылыуы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмаған да кеүек. Уларҙа ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһоноң йыш ҡына көсәйеүе шул сәбәпле түгелме?
– Юҡҡа ғына Данияла хөкүмәт кимәлендә матурлыҡты тыуҙырыу, тоя белеү тураһында закон ҡабул итмәгәндәрҙер. “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!” – был һүҙҙәрҙә лә дөрөҫлөк ярылып ята.
Эштән арып ҡайтҡан кеше йортона килеп инеү менән кәйефе күтәрелеп китерлек булһын. Сауҙа комплексына башҡа бурыс йөкмәтелгән: тауар алыу, һайлау, ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булырға, һатып алыусыға дуҫ мөнәсәбәт тыуҙырылырға тейеш. Офиста дизайндың башҡа ҡанундары өҫтөнлөк итә.
Үҙемдең күҙәткәнемдән бер генә миҫал килтермәксемен. Баш ҡалалағы Ҡунаҡһарай элек шау-гөр килеп торған сауҙа, алыш-биреш, күңел асыу, аҡса үҙәге булған, сөнки уға шундай ҙур бурыс йөкмәтелгән. Ә хәҙер унда – тәрән тынлыҡ, күңелһеҙ, сауҙа ла һүлпән, сәбәбен, теләк булғанда, эҙләп табырға мөмкин, бәлки, буяу йәки материалдар дөрөҫ ҡулланылмағандыр, биҙәү эштәре, уңайлыҡтар еренә еткерелмәгәндер. Ни өсөн элеккесә ул халыҡты үҙенә йәлеп итмәй?
– Гүзәл, сер булмаһа, үҙең йәшәгән фатирҙы күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. “Тәнем менән дә, йәнем менән дә унда ял итәм, бөтә арығанлыҡ онотола”, тигәнгә әйтәм.
– Әле фатирыбыҙ бөтөнләй буш тиерлек, сөнки ремонт яһарға уйлайбыҙ. Төп ҡағиҙә – артыҡ, иҫке әйберҙәрҙән ҡотолоу яғын ҡарайым. Һәр мөйөшө уңайлы, уйланылған булырға тейеш. Өйөбөҙҙә телевизор ҙа, микротулҡынлы мейес тә юҡ, улар иғтибарҙы ситкә йүнәлтә, тормош сифатын күтәрә торған файҙалы әйберҙәр түгел.
Ҡайһы берәүҙәр өйҙә ремонт башларға ҡурҡып йөрөгәнен беләм, йыш ҡына аҡса етмәүҙән йәки мәшәҡәт күплегенән түгел, ә иҫке әйберҙәрҙән, йыһаздарҙан ҡотолорға теләмәүҙән. Кеше һәр ваҡыт алдында торған үҙгәрештәрҙән, яңылыҡтарҙан ҡурҡып йәшәй. Шулай булғас, үҙгәрмәйенсә шәхес нисек үҫешһен, ул һаман да элекке кимәлендә ҡалыуын дауам итәсәк. Тулы һыулы стаканды бушатмайынса уға һыу һалыу мөмкин булмаған кеүек, иҫкергән идеяларға, уй-фекергә, ҡараштарға йәбешеп ятыу беҙҙе артҡа ғына һөйрәйәсәк. Үҙеңде сикләүҙең үҫешкә илтмәүе билдәле.
– Быны нисек аңларға? Миҫал килтерһәң, аңлайышлыраҡ булыр ине, Гүзәл.
– Психология өлкәһендә эшләүсе ғалимдар ошондай тәжрибә яһаған. Бөрсәләрҙе башы ябылған банкала оҙаҡ ҡына тотҡандар. Улар ҡапҡасҡа барып еткәнсе үрләгәндәр ҙә кире банка төбөнә ҡолағандар. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡапҡасты асыҡ ҡалдырһалар ҙа, бөрсәләрҙең береһе лә “төрмә”нән сығырға баҙнат итмәгән. Тимәк, улар үҙҙәренең йәшәйешенә һәм тормош сифатына күнгән. Тормошта ла нәҡ шулай, пландарыңды яңыртып, маҡсаттарыңды аныҡ билдәләп алға ынтылмаһаң, ошо бөрсә хәленә төшөүең ихтимал.
– Һинең раҫлауыңса, кеше организмы өс нигеҙҙә үҫешә: физик тән, уйҙар һәм хис-тойғолар. Уларҙың ҡайһыһы көсһөҙ булыуына ҡарамаҫтан, организмдағы энергия күпләп сарыф ителәсәк, сир-сорға юл асылыуы ла ихтимал. Ундай кешене нисек таныйһың?
– Энергияһы бөткән кешене таныуы ҡыйын түгел. Йыш ҡына ул тормошона, иренә, ҡатынына йәки балаларына зарланыусан, үҙен хәл-ваҡиғалар ҡорбаны итеп ҡарай, ризаһыҙлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек, донъянан йәм тапмау һәм башҡа сифаттар хас.
– Бәлки, ул яҡындарына иғтибарын, күңел йылыһын биреп еткермәйҙер? Әллә тегеләре берәй сәбәптән ҡәҙерле кешеләрен һанға һуҡмайҙармы?
– Юҡ, эш башы унда түгел, ә ҡатындың үҙенә бөтөнләй иғтибар бирмәүендә. Бөтә ғиллә шунда: ул күптән инде үҙенең ҡатын, әсә икәнен онотҡан. Үҙе тураһында хәстәрлек күрергә өйрәнгән ҡатын тиҙ арала “сәскә ата”, үҙе үк иғтибар һәм ихтирам үҙәгенә әүерелә.
Консультация ваҡытында мин клиенттарға бер ниндәй кәңәш тә бирмәйем. Икәүләп килеп тыуған көсөргәнешле хәлде бөртөкләп тигәндәй тикшерәбеҙ. Ахырҙа ул үҙенең ҡайҙа хаталанғанын аңларға мәжбүр була, бының өсөн яңылышҡаныңды таныу ғына етмәй, ә үҙгәрергә, үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Сәйнүктәге сәй ҡайнаһын өсөн генә лә бит шнурҙы розеткаға тоташтырыу талап ителә... бында кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, яҙмыш!
Мәктәпте тамамлаған отличниктарҙың, вуздарҙы ҡыҙыл дипломға тамамлағандарҙың барыһы ла тормошта ҙур танылыу яуламай. Ни өсөн тигәндә, танылыу, уңышҡа өлгәшеү теләге иң тәүҙә үҙеңдең эске донъяңда яралырға, башыңда булырға тейеш.
– Һинең бик күп клиенттарыңа интерьер дизайнын камиллаштырыуҙа, сәләмәтлеккә йөҙ менән боролған проекттар тәҡдим итеүҙә ҙур уңыштар яулауыңа шаһитбыҙ. Шул уҡ ваҡытта фольклор, башҡорт халҡының мәҙәниәте, боронғо милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһыныуың да билдәле. Заманса профессияң менән боронғо кәсептәр араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?
– Башҡорт милли кейемдәрендәге һәр биҙәк, һәр һыҙат тәрән мәғәнәгә эйә, ул хаҡта ғалимдарыбыҙ яҡшыраҡ аңлатыр. Ҡомартҡылар, орнаменттар, символдар, билдәләр аша көслө энергия ағымы килә, тирмәнең түңәрәк рәүешендә булыуы, мейестең урынлашыуы, Ҡояш символына ҙур иғтибар бирелеүе һис тә юҡҡа түгел. Уларҙың барыһы ла кеше тәбиғәте менән яраша.
Ғөмүмән, донъяла гармонияла йәшәү өсөн кешенең өс төрлө ресурсы бар: сәләмәтлек, ваҡыт һәм аҡса. Иң ҡиммәте – ваҡыт һәм сәләмәтлек, иң арзаны аҡса икәнен онотмағыҙ.