Октябрьский ҡалаһынан 69 йәшлек пенсионер "экстрасенс"тарға бер миллион һумға яҡын аҡсаһын күсергән. Әбей шул рәүешле фалиж һуҡҡан бабайына ярҙам итергә теләй. Ул иғланды телевизорҙан күреп ҡалып, экрандағы номер буйынса шылтырата.
Асыҡланыуынса, телефон трубкаһын яғымлы тауышлы ир ала. Әбейҙең проблемаһын тыңлағас, ул трубканы "экстрасенс" ҡыҙға тапшыра. Был "дауалаусы", күпмелер аҡса түләһәгеҙ, ирегеҙгә ярҙам итә аласаҡмын, тип үҙенең хеҙмәтен тәҡдим итә.
Әбей менән "экстрасенс" ҡыҙ бер аҙна дауамында телефон аша бәйләнешкә инеп, бабайҙы дауалау буйынса кәңәшләшәләр. Ә инде һәр сеанс һуңынан оло кеше "дауалаусы"ның иҫәбенә аҡса күсерә. Тәүҙә әбей еңел генә 19 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Һуңынан, консультация алғас, "дауалау хаҡы" артҡандан-арта. Ә инде пенсионер алданғанын аңлағас, телефон аша ғына дауалауҙың бабайына файҙаһы теймәгәс, полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә.
Әле был ваҡиға буйынса республика хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тикшереү эше башлаған, "экстрасенс"тарҙы эҙләү иғлан ителгән.