“Медиалогия” компанияһы 2019 йылға Рәсәй персоналары рейтингын әҙерләне. Исемлек Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында быйыл ғинуарҙан декабргә тиклем теге йәки был шәхестең телгә алыныуы буйынса төҙөлгән.
Рейтингтың беренсе баҫҡысында – дәүләт башлығы Владимир Путин, икенселә – Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведев, өсөнсөлә иһә – Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исемлектә 14-се урынды биләй. Уҙып барған йылда киң мәғлүмәт саралары Радий Фәрит улы тураһында 116 136 тапҡыр яҙған. Рейтингта республика етәксеһе Мария Захарова, Ксения Собчак, Рамзан Ҡадиров, Артем Дзюба һәм Алла Пугачева кеүек медиа-персоналарҙы уҙып киткән.
Губернаторҙарҙың матбуғатта телгә алыныу рейтингында Радий Хәбиров өсөнсө урынды яулағайны.