Йәмғиәт
19 Декабря 2019, 15:00

Йә быуалар, йә сәнсәләр...

Әммә бер аҙ барғас, иҫерек юлдашы айнып китә, ә тағы ла бер нисә минуттан һуң ул рулгә идара иткән ирҙең муйынын шарф менән быуа башлай

Өфө ҡалаһында уҡыу йортон тамамлаусыларҙың осрашыуында бер ир икенсе ирҙе саҡ быуып үлтермәгән. Аяныслы ваҡиға 14 декабрҙә баш ҡаланың Менделеев урамында урынлашҡан "Аптека" туҡталышында теркәлгән. Зыян күреүсе ир был турала социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашҡан һәм шаһиттарҙы эҙләй.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 20 йылдан һуң төркөмдәштәр осрашып, байрам табыны ойоштора. Ул автомобилгә идара иткәс, иҫерткес эсемлектәр ҡулланмай, шуға ла төркөмдәштәре араҡыны күп кенә төшөргән бер ирҙе өйөнә алып барырға үтенгәс, ул ризалаша һәм лаяҡыл иҫерек танышын машинаһына ултыртып, икәүләп юлға сығалар. Әммә бер аҙ барғас, иҫерек юлдашы айнып китә, ә тағы ла бер нисә минуттан һуң ул рулгә идара иткән ирҙең муйынын шарф менән быуа башлай.
"Мин тәүҙә иҫерек танышым шаяралыр тип уйлағайным, тик тын ала алмай башлағас, бармаҡтарым менән күҙенә төртөргә ынтылдым, әммә тейҙерә алманым", - тип хәбәр итә зыян күреүсе водитель. - "Аптека" туҡталышына еткәс, ҡапыл тормозға баҫып, машинаны туҡтаттым һәм аңымды юғалтҡанмын.
Аҙаҡ табиптар белдереүенсә, мин үлемдән саҡ ҡалғанмын икән. Тағы ла бер минут мине быуған булһа, мин теге донъяға киткән булыр инем. Ә миңә балаларымды тәрбиәләргә кәрәк бит".

Зыян күреүсе ирҙең бәхетенән, автомобиль янына йәштәр килеп сыға. Улар автомобиль салоны эсендә ниндәйҙер аңлашылмаған көрәш барғанын күреп, ярҙамға ашығалар.
"Ярай әле, йәш егеттәр машина ишеген асып, мине теге ҡәбәхәт тоҙағынан ҡотҡарып алып ҡалдылар. Мин иҫемде юғалтҡанмын, хатта ҡотҡарыусыларыма рәхмәт тә әйтә алмағанмын", - тип үкенә водитель ир.
Ул шаһиттарҙы эҙләй. Зыян күреүсе ир полицияға ғариза менән дә мөрәжәғәт иткән.

Дүшәмбенән шишәмбегә ҡараған төндә Шишмә районында ла аяныслы ваҡиға теркәлеп, 34 йәшлек ир дуҫтарына нимәгәлер үпкәләп, бысаҡ менән ташлана. 35 йәшлек ҡатындың эсе яраланһа, 42 йәшлек ирҙең был "һуғышта" йөрәккә яҡын урыны зарарлана. Бәхеткә күрә, улар иҫән һау, дауаханала табиптар күҙәтеүе аҫтында медицина ярҙамы ала.

Үҙен тота белмәгән үпкәсел ирҙе хоҡуҡ һаҡсылары ҡулға алған, ул ғәйебен таныған, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәҙер уға 12 йыл иркенән мәхрүм итеү янай.
Читайте нас