Йәмғиәт
21 Декабря 2019, 08:15

“Ҡар яу, яу: беҙгә трактор килә!”

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”на ярашлы тракторлы булды.

Ысынлап та, мерәҫтәр өсөн быйыл ҡарҙың күп яуыуы ҙур проблемалар тыуҙырмаясаҡ. Ни өсөн тигәндә, улар ошо көндәрҙә тракторлы булды.
Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Былтыр улар ошо арҡала ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын тулыһынса яңыртыуға өлгәшһә, быйыл тракторлы булыу бәхетен таныны. Халыҡтың дөйөм көсө менән алынған техниканы ҡаршыларға мерәҫтәр урамға сыҡты, уны үҙҙәренсә тәбрикләне.
Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа хәл ителмәгән күпселек проблемаларҙың тап “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” аша хәл ителеүенә хәҙер халыҡ өйрәнеп тә алды. Шуға күрә йыл һайын һәр биләмә иң кәрәкле проект өсөн тауыш бирә, еңгән осраҡта уны тормошҡа ашырыу юлдарын хәл итә. Әйткәндәй, Мерәҫ халҡы был программала киләсәктә лә ҡатнашырға иҫәп тота.
Фото Мерәҫ ауылы сайтынан.
Читайте нас