- Әсе, әсе! Бер, ике, өс...
Бөгөн минең туйым, ә үҙем бының нисек килеп сыҡҡанын һаман аңлай алмай ултырам. Янымда шат Зәлиә. Йылмайған ауыҙын йыя ла алмай. Башта барыһы ла хәтәр уңайлы кеүек ине, әллә ҡайһы ерҙә яңылыштым ул...
Зәлиә менән уртаҡ дуҫтар ике йыл элек таныштырҙы. Мин дә, ул да яңғыҙ ине. Ә ниңә юҡ, тинек тә осраша башланыҡ. Иҫ киткес һылыу ҙа, йәмһеҙ ҙә түгел ул. Уртаса. Холҡо ла еңел. Минең менән әрләшеп, үҙенекен дауайлап йөрөмәй. Йылмайып тыңлай ҙа үҙенекен эшләй.
Ярты йыл самаһы осрашып йөрөгәс, ул миңә күсеп килде. Саҡырманым, үҙе сумаҙанын тотоп килгән.
- Һинән булмаҫ, үҙем килдем. Ике арала йөрөп арыным, - тип аңлатты был ҡылығын.
Өндәшмәнем. Йәшәп киттек. Был һәйбәт тә булды әле. Эштән ҡайтыуыма өй йыйыштырылған, ашарға бешкән, керҙәрем йыуылған. Тәмле бешерә ул, таҙалығы ла бар. Тик мөхәббәт кенә юҡ. Уңайлы тип йәшәнек тә киттек.
Башҡалар кеүек даими иғтибар, ҡиммәтле бүләктәр талап итмәне. Әйтәм бит, уңайлы ул. Шуға тыныс ҡына йәшәп ятҡанда уяулыҡты юғалттым ахыры. Тыуған көнө ине, районда йәшәгән ата-әсәһе янына ҡайтып байрам итәйек тине.
- Һуң улар дөрөҫ аңламаһа? Кейәү итеп ҡабул итһә? – тим.
- Юҡ, улар заманса ҡарашлы кешеләр. Проблема булмаясаҡ, - тине ул.
Оҙаҡ ҡына ризалашмаһам да, ай-вайыма ҡуймай алып ҡайтып китте Зәлиә. Ғаиләһе ысынлап та оҡшаны. Бигерәк тә атаһы “мировой”. Бергә ултырып әҙерәк тамаҡ сылатып алғас, дуҫлашып уҡ киттек. Әсәһе генә бик һынап ҡараған кеүек тойолдо. Тик иҫем китмәне. Зәлиә менән икәү ултырып алалар ҙа миңә ҡарап шыбырлашалар. Шул саҡта уйланырға кәрәк булған да бит, юҡ шул.
Үҙем ғаиләһеҙ үҫкәс, улар янына ауылға ҡайтыу, гөрләп Зәлиәнең туғандары менән осрашыу, бергә байрамдар үткәреү, өмә менән ҙур эштәр башҡарыу оҡшай башланы.
Зәлиә һаман әллә ниҙәр талап итмәй шым ғына йәшәүен дауам итте. Уртаҡ таныштар өйләнешеүгә ишаралаһа ла, беҙ шаяртып ҡына яуап бирә инек. Ҡайҙа инде миңә? Әле йәшмен. Яратмайым да кеүек үҙен. Мөхәббәт булғас, бөтә нәмә янып, гөрләп, дөрләп торорға тейештер бит.
Ә бер ауылға ҡайтҡас, күберәк төшөргән атаһы саҡ иламай хәбәр һалды:
- Миңә күп тә ҡалмағандыр. Ә ейәндәрем һаман юҡ. Өйләнешмәй әллә нимә ҡарап йөрөйһөгөҙ һаман...
Аптырап ҡалдым. Нимә тиергә? Ҡыҙың менән уңайлы булған өсөн генә йәшәйем тип әйтә алмайым бит инде.
- Аҡса йыябыҙ. Туйға күп кәрәк бит. Фатирға ла тәүге иғәнә өсөн аҡса йыяһы бар, - тип ысҡындырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Икенсе ҡайтыуыбыҙға сюрприз көтә ине. Зәлиәнең атаһы ҡиммәтле машинаға тип йыйған аҡсаһын сығарып бирҙе.
- Шундай мөһим эш көткәндә, ниндәй машина ҡайғыһы булһын? Мәгеҙ аҡса, туйға ла, тәүге иғәнәгә лә етергә тейеш. Икенсе берәү булһа, ҡыл да ҡыбырлатмаҫ инем, ә һин бит миңә улым кеүек, - тимәһенме...
Зәлиә менән әсәһе шатлығынан һикереп ҡуйҙы шикелле хатта. Аҡсаны алып ҡайттыҡ та, туйға әҙерләнә лә башланылар. Күлдәк алынды, кафе табылды. Быларҙың барыһына һаман ышанмай йөрөй торғас, туй көнө килеп тә етте. Ултырабыҙ бына түр башында кейәү менән кәләш булып...
...Әллә башҡа ҡайһы бер ирҙәр ҙә ошолай “яңылыш” өйләнеп, ғүмер буйы бәхетле йәшәйме икән?