Нуриман районында вахта эшселәрен алып китеп барған “Форд Транзит” автобусы юл һыҙатында туҡтап торған ВАЗ-2106 автомобиле өҫтөнә барып менә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ЮХХДИ хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, еңел машинаның водителе шунда уҡ йән бирә.
Был аяныслы хәл иртәнге сәғәт 8-ҙәр тирәһендә Өфө - Иглин - Ҡыҙылъяр - Павловка трассаһы менән Павловка ауылының Электрлаштырыу урамы киҫелешендә була. 43 йәшлек ир буксирлау өсөн үҙенең машинаһына ВАЗ-2107 автомобилен тағып торған саҡта бәләгә тарый.
Вахта автобусына урындағы 54 йәшлек ир идара иткәне билдәле. Унда ете пассажир ултырып китеп барған, ярай әле, бәхеткә, араларында ҡаза күреүселәр юҡ.
Бәлә аяҡ аҫтында шул... Һәр ваҡытта ла иғтибарлы, һаҡ булайыҡ!