Йәмғиәт
24 Декабря 2019, 06:27

Беҙгә Ҡыш бабай килде!

Республика Шыршы байрамында 800-гә яҡын бала ҡатнашты.

“Этем булһа ине”, “Ғаиләмде яратам”, “Баймаҡтан Диана”, “Яңы йылда барыһына ла уңыштар!” – теләктәр гирляндаһында балалар ошондай яҙмалар ҡалдырҙы.


– Был изге акция барыбыҙҙы ла берләштерҙе, – тине республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова. – Бала саҡта Яңы йыл минең дә иң яратҡан байрамым ине. Өйҙә лә, балалар баҡсаһында ла шыршы ҡуйғандарын көтөп ала торғайным. Ләкин бындай ҙур тамашаға килеү мөмкинлеге булманы, сөнки бәләкәй генә ҡалала йәшәй инек. Яңы йыл алдынан барығыҙға ла изге йылы ғаилә байрамы теләйем.


Ошо көндәрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика Яңы йыл шыршы байрамы үтте. Унда 780 уҡыусы ҡатнашты. Улар араһында – уҡыу алдынғылары, олимпиада­лар­ҙа һәм спорт ярыштарында еңеүсе­ләр, художество үҙешмәкәрлек фес­тивалдәре лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар.


Йәш ҡунаҡтар “Ҡыш бабайҙың тылсымлы циркы” тамашаһын ҡараны. Фойела уларҙы әкиәт персонаждары, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнаш­лығында күңел асыу программаһы көтә ине. Балаларҙың һәр береһенә йомшаҡ уйынсыҡтан, татлы бүләктән, “Әкиәттәр болононда” китабынан торған бүләк йыйылмаһы тапшырылды.


Каринэ Владимировна әйтеүенсә, балалар тамашаларын Аксаков шыршыһы, Принцессалар балы һәм Рыцарь турниры дауам итәсәк. Уларҙа, нигеҙҙә, үҙенсәлекле, йәғни һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашасаҡ.
Читайте нас