Һуңғы ун йыл эсендә WhatsApp ҡушымтаһының тормошобоҙға үтеп ингәнен инҡар итеүсе һирәктер. Тиҙ арала хәбәрҙәр ебәреү, донъяның теләһә ниндәй нөктәһенә бушлай шылтыратыу, видеобәйләнештән тыш, ул - эшлекле һөйләшеүҙәр, хеҙмәттәштәр менән фекер алышыу урыны ла.
WhatsApp-тың авторҙары хәбәр итеүенсә, 31 декабрҙән алып ҡушымтаны күп смартфондарҙың операцион системаларында ғәмәлдән сығарыу ҡарары уларға ауыр бирелгән.
Платформаларында IOS 8 һәм унан да иртәрәк сыҡҡан системалар ҡуйылған айфондарҙа, шулай уҡ иҫке версиялы Android телефондарында WhatsApp эшләмәйәсәк, ә смартфондарында Windows операцион системаһын ҡулланыусылар бөтөнләй был ҡушымтаға инә алмаясаҡ.
Бәйләнешһеҙ ҡалырға теләмәһәгеҙ, телефондарығыҙҙың операцион системаһын яңыртырға ашығығыҙ, ә улай ҙа мөмкин түгел икән, белгестәр яңы смартфтон һатып алырға тәҡдим итә.
Фото: https://rostovdrive.ru