Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2019, 22:30

Аҡыл бер кермәһә, кермәй икән

Шуныһы ғәжәп – күптәр бер тапҡыр тотолоп, яуаплылыҡҡа тарттырылһа ла, һабаҡ алмай, йәнә яуыз шөғөлөнә йәбешә.

“Итәк аҫтынан” хәмер һатыусылар тураһында йыш яҙабыҙ. Шуныһы ғәжәп – күптәр бер тапҡыр тотолоп, яуаплылыҡҡа тарттырылһа ла, һабаҡ алмай, йәнә яуыз шөғөлөнә йәбешә.
Учалы районының Илтабан ауылынан 55 йәшлек ҡатын да хәрәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Быйыл февраль айында законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатҡаны өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була. Суд ҡарары менән уға 30 мең һум штраф һалына. Әммә ул һабаҡ алмай, бер-ике ай үтеп тә өлгәрмәй, оператив сара үткәргән полицейскийҙар уның ҡырын эште дауам итеүен асыҡлай. Был юлы енәйәт эше ҡуҙғатылып, анһат байырға теләгән “"эшҡыуар"ға” 50 мең һум штраф һалына.
Бына шулай, аҡыл бер кермәһә, кермәй икән. Аҡсаға туя алмай, ҡәһәр төшөрлөк ҡылмыштарҙан һис тә тартынмай эш итеүселәр бар шул арабыҙҙа.
Фото: 1pnz.ru
Читайте нас