Хөрмәтле дуҫтар! Йылды барлар мәл етте. “Башҡортостан” гәзите быйыл фиҙакәр хеҙмәте, тос уңыштары, ҡыҙыҡлы идеялары менән уңыштар яулаған замандаштарыбыҙҙы, республикабыҙ иҡтисадына тос өлөш индергән, шул уҡ ваҡытта баҫмабыҙҙы таратыуҙа әүҙем ҡатнашҡан предприятие һәм ойошмаларҙы билдәләне. Редакция коллективының ҡарары нигеҙендә иң лайыҡлыларға йыл номинациялары бирелде.
Радий Фәрит улы Хәбиров республикаға ҡайтҡас, Башҡортостан халҡы, уға бик ҙур ышаныс һәм өмөт бағлап, республика Башлығы итеп һайланы.
Был ваҡыт эсендә ниндәй ыңғай үҙгәрештәр булды?
Радий Хәбиров Рәсәйҙең иң популяр блогеры булып танылды. Уның социаль селтәрҙәрҙәге һәр яҙмаһын 300 меңләп кеше уҡый. Ябай халыҡ унда, үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы күрһәтеп, мөрәжәғәттәрен баҫтыра. Республика етәксеһе тәҡдиме менән интернетта булдырылған “Инцидент” системаһы ла мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур роль уйнай. Һөҙөмтәлә йыл эсендә миллионға яҡын проблема хәл ителгән.
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә янғын иҫкәртеү ҡулайламалары, юлдарҙа тамғалар барлыҡҡа килде, ялған араҡы һатыусыларҙың “бизнесы” ябылды. Һөҙөмтәлә бер йыл эсендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәләк булған кешеләр һаны 2500-гә ҡыҫҡарҙы!
Радий Фәрит улы шәхсән мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыу мәсьәләләре менән танышты, был өлкәлә сифатлы хеҙмәт күрһәтеүҙе талап итте. Ремонт талап ителгән подъездарҙы, юлдарҙағы соҡор-саҡырҙы үҙе барып ҡараны. Ысынлап та, ябай кешегә беренсе сиратта ҡыш өйҙә йылы булыуы, ихатала сүп-сар өйөлөп ятмауы мөһим. Һәм тарихта тәүге тапҡыр республикала подъездарҙы төҙөкләндереүгә йыл һайын бер миллиард һум бүленә башланы.
Тағы ла бер йыл эсендә: мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күстеләр, автобустар паркын яңырттылар, берҙәм карта менән түләүгә күстеләр, юлдарҙағы соҡорҙарға ҡаршы көрәшкән “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы, газондарҙа машина ҡуйыуҙы тыйған закон ғәмәлгә инде, “Ашығыс ярҙам” һәм мәктәп автобустары паркы 60 процентҡа тулыланды, 500 кешегә табиптар дефициты ҡыҫҡартылды, яңынан һөт кухнялары эшләй башланы, алданған өлөшсөләр проблемаһы хәл ителә.
Күренеүенсә, үҙгәрештәр тик ыңғай һәм улар башланып ҡына тора. Радий Хәбиров әйткәнсә, “Алға, Башҡортостан”! Был – хәҙер тотош республиканың лозунгы.