Эскән водитель арҡаһында сыҡҡан фажиғәләр тураһында йыш ишетеп-белеп торабыҙ. Әммә, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең дә, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф алдына ҡуйыуҙарын дауам итәләр, бер нисә тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылһалар ҙа, аҡылға ултырмайҙар.
Түбәндәге хәл ҡабат-ҡабат бер “тырмаға баҫып та”, һабаҡ алмаған әҙәм тураһында.
Учалы районында була был хәл. Рейд барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре “Черри” автомобилен туҡтаталар. Махсус тикшереү ҡоролмаһы водителдең иҫерек икәнлеген иҫбатлай.
Тикшерә торғас, аптырарлыҡ факттар асыҡлана. Былтыр февраль айында ул 1 йыл да 8 айға водитель танытмаһынан мәхрүм ителә, 30 мең һум штраф түләй. Ә быйыл август айында ғына эскән килеш ҡабаттан руль артына ултырып, 200 сәғәт мәжбүри эштәргә хөкөм ителгән була.
Учалы суды ҡат-ҡат иҫкәртеүҙе аңламай, тамағын тыя алмаған 25 йәшлек кенә егетте 5 айға ултыраҡ колонияға оҙатып, иркенән мәхрүм итте. Ул шулай уҡ 3 йыл транспорт менән идара итә алмаясаҡ.