Йәмғиәт
30 Декабря 2019, 14:30

Кәкре ҡайынға терәткән

Ҡыҙыҡ донъяла йәшәйбеҙ, ҡайһы саҡта йәшәйеш хатта ҡыҙғаныс та булып китә. Ни өсөн тиһегеҙме? Асыҡлабыраҡ әйткәндә, күрәләтә алдашыуҙы кемдәрҙер кәсеп итеп алған. Таксист Алмас Таһировты төп башына ултыртҡандар, уның һөйләгәндәрен тыңлағас, сәстәр үрә тора.

– Өфө ҡалаһынан Сибай тарафтарына киске сәғәт 5-тә ҡуҙғалдыҡ, билдәле, был ваҡытта ҡараңғы төшә, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Бер апай юл хаҡы өсөн машинаға инеп ултырғас та түләне, игеҙәк ҡыҙҙар иһә Инйәргә туҡтағанда аҡса бирҙе, ә бер егет урын-еренә барып еткәс йәки Баймаҡ ҡалаһында түләйем тип ышандырҙы. Мин ни, егет кешенең һүҙе бер була тигәндән сығып, артыҡ төпсөшмәнем. Баймаҡҡа килеп еткәс, апайҙы һәм ҡыҙҙарҙы алдан төшөрөп ҡалдырҙым. Дүртенсе юлаусы адрес буйынса алып барырға үтенде, аҡсаны әсәһе сығарып бирәсәк, тине. Ярай, ул әйткәнсә, бер өй алдына килеп туҡтаным, ул инеп китте.... һәм юғалды. Телефондан шылтыратыу файҙаһыҙ – һүндергән, ярты сәғәт көтөүем дә бушҡа булды. Шулай итеп, берәү мине төп башыма ултыртты. Шуға күрә алыҫ юлға сыҡҡанда аҡсаны алдан алһағыҙ, күпкә отошло.
Фото: 123ru.net
Читайте нас