Нуғай мәҙәниәт йорто майҙанына иртә менән олоһо ла, кесеһе лә ағылды. Дәртле йыр-моң алыҫтарға ишетелеп тора, был урын байрамса биҙәлгән. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. “Ҡыш әкиәте” тигән театрлаштырылған тамаша быйыл айырыуса йәнле үтте.
– Нуғайҙа егерме йыл тирәһе йәшәйбеҙ, әммә ошоға хәтлем бындай матур байрам уҙғарылманы, – тине, мәҫәлән, табип Владик Кәримов. – Ейәнем менән ейәнсәремде лә алып килдем, барыбыҙ ҙа быйма кейҙек. Буран ҡотора, ә беҙгә ул ҡурҡыныс түгел. Камил рәхәтләнеп тау шыуҙы, ә Светлана сысҡан, төлкө, ҡуян кеүек урман йәнлектәре менән уйнаны, хатта конкурста ҡатнашып, бүләк тә отто. Ҡатыным Флүрәне көтәбеҙ, ул һуңғараҡ киләсәк.