Киләсәккә яҡты уй-ниәттәр менән аяҡ баҫайыҡ.
Ер йөҙөндәге иң сағыу, һәр кемдең яратҡан, түҙемһеҙләнеп көтөп алған байрамы етте. Бар ғаләм уға ҙур өмөт бағлай, бигерәк тә бәләкәстәр, уны ниндәйҙер тылсымлы көскә эйә тип, мөғжизәгә өмөт итә. Көндәрҙе, сәғәттәрҙе, минуттарҙы һанап, беҙгә 2020 йыл килә!
Бөгөн шыршы, гирляндалар менән биҙәлгән һәр йортта, фатирҙа – күтәренке кәйеф. Күптәр өсөн Яңы йыл – ғаилә байрамы. Бергәләшеп йыйылышып һөйләшеү, туғандарға, яҡындарға, дуҫтарға шылтыратыу өсөн дә бик уңайлы мәл.
Тап ошо ваҡытта, ғәҙәттә, үткәндәргә йомғаҡ яһала, киләһе йылға өр-яңы маҡсаттар ҡуйыла. Яңы йыл байрамы – ағымдағы йылдың һуңғы көнөнән яңы йылдың тәүге көнөнә күсеүҙе билдәләгән бер илаһи мәл ул. Уны Ер шарының төрлө мөйөштәрендә төрлөсә ҡаршылайҙар.
Тик барыбер донъяла күпселек 1 ғинуарҙа байрам ителә. Әйткәндәй, Ҡытайҙа яңы йылды ҡаршылағанда мандарин менән әфлисунға өҫтөнлөк бирелһә, Европа илдәрендә йәшәүселәр уны ҡупшы шыршыһыҙ үткәреүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Тап шыршы төбөнә һалынған бүләкте бала-саға бигерәк түҙемһеҙләнеп көтә, ололар ҙа ошо мәлдәрҙе йылы итеп иҫкә ала. Ғүмер бит тап шундай бәләкәй генә шатлыҡлы күренештәрҙән хасил була түгелме?! Бигерәк тә ҡыҙҙар һәм малайҙар был байрам айҡанлы үткәрелгән сараларҙы көтөп ала, ҡатнаша.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Өфө дәүләт филармонияһында иртәлектәр йыл да бик күңелле үтә. Беҙ барғанда филармония залдары бала-сағаның күңелле, бәхетле тауыштарына күмелгәйне. Улар матур биҙәлгән ҡупшы шыршы тирәләй әйләнә һәм иҫтәлеккә фотоға төшә ине. Әммә уларҙың иң көткәне барыбер Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙыр. Уларһыҙ Яңы йыл буламы ни?! Юҡ, әлбиттә.
Баш ҡалалағы 9-сы мәктәптә белем алған ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа килгәйне бында. III класта белем алған Алтынай Ноғайғолова яңы йылдан да, ошо үткәрелгән саранан да мөғжизә көтөүе хаҡында һөйләне. Уның менән бергә уҡыған Мария Хәлилова тәмлекәстәрҙе, бигерәк тә татлы кәнфиттәрҙе күберәк бүләк итһәләр ине тип хыялланыуы хаҡында әйтте. Ошо уҡ белем усағының I класс уҡыусылары Данияр Шафиҡов менән Артур Насибуллин да бүләктәрҙе күберәк бирһәләр ине тигән уй-теләген белдерҙе. Бәләкәстәрҙең илгәҙәклеге, тормошҡа өмөт-ышаныс менән ҡарауы һоҡландырҙы ла, ҡыуандырҙы ла.
Киләһе йылда бына ошо һәм башҡа балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә бөтә уй-хыялдары тормошҡа ашһын. Үтеп барған йыл барыбыҙҙы ла бәхетлерәк, көслөрәк, яуаплыраҡ итһен. Донъяны бары һөйөү, ҡәҙер-хөрмәт, ышаныс, бер-береңде аңлау, яҡлау, терәк-таяныс булыу кеүек изге төшөнсәләр биләһен. Киләһе йыл иһә яңы шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан, уңыштарҙан, маҡсаттарҙан, ҡаҙаныштарҙан, һоҡланыуҙарҙан ғына торһон.
Барыбыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ап-аҡ ҡарҙай бәхет, рух күтәренкелеге юлдаш булһын. Төклө аяғың менән, Яңы йыл!