Йәмғиәт
31 Декабря 2019, 15:35

Яңы йыл бүләге әҙер

Ейәнсура районының Үрген ауылы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Һәр кем үҙ йортон һәм өй алдын байрамса биҙәгән.

Ейәнсура районының Үрген ауылы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Һәр береһе йортон һәм өй алдын байрамса биҙәгән.
– Ауылдаштарым яҡшы йәшәргә ынтыла, улар үҙ артынан бүтәндәрҙе әйҙәй, – тип һөйләй Ейәнсура районының Яңы Петровка ауылы хакимиәте башлығы Илфат Аҡсурин. – Күмәкләп Яңы йылды күңелле итеп ҡаршылайбыҙ.
Быға үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ. Мәҫәлән, Зәйтүнә менән Вадим Түләбаевтар Бишәй урамын әкиәт иленә әйләндергән. Улар ҡарҙан төрлө һындар эшләгән, таушыуғыс күтәргән, ҡупшы шыршылары барыһын да сәләмләй. Әйткәндәй, Түләбаевтарҙың йорто янында балалар тауышы тынмай. Шулай уҡ Гөлнур менән Радик Зариповтар ҙа ауылдаштарына Яңы йыл бүләге әҙерләгән. Уларҙың ижад емеше Тибеҙ урамын йәмләй, һәммәбеҙгә яҡшы кәйеф өҫтәй. Бынан тыш, Сатра, Тимерлек, Арал, Йәштәр, Мәктәп, Әмәкәс һәм башҡа урамдарҙа ла байрам кәйефе булдырылған.
Фото: Фәрзәнә Аҡсурина.
Читайте нас