Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ғинуар 2020, 00:35

Ҡарһылыуҙар Өфөнө гөрләтте

Сараның төп маҡсаты нимәгә йүнәлтелгән?

Бөгөн Өфө ҡалаһында "Ҡарһылыуҙар парады-2020" республика фестивале гөрләп үтте. Беренсе тапҡыр уҙғарылған сарала 300-ҙән ашыу Ҡарһылыу ҡатнашты.

Республиканың төрлө райондарынан һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәренән килгән Ҡарһылыуҙарҙы республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм "Каруанһарай" сауҙа комплексы бер майҙанға йыйҙы. Парадҡа атҡа атланған блогер Ульяна Тригубчак етәкселек итте.
"Әлеге сараны ойоштороуҙың төп маҡсаты - Өфөгә туристик ҡала булараҡ иғтибар йүнәлтеү. Киләһе йыл ҡатнашыусылар тағы ла артыр тигән ышаныстабыҙ", - тине ойоштороусылар.
Фотолар һәм видео: "Бәйләнештә".
Читайте нас