Йәмғиәт
4 Января 2020, 18:10

Команан сыға ла дауахананан ҡаса

Медицина учреждениеһының барлыҡ хеҙмәткәрҙәре илле йәшлек ауырыуҙы арманһыҙ булып эҙләй, тик таба алмай. Баҡтиһәң...

Ҡырмыҫҡалы дауаханаһында фажиғәле, шул уҡ ваҡытта ғәжәпләндерерлек хәл була. Күпмелер ваҡыт комала ятҡан ир реанимациянан сығып ҡаса.

Шаһиттар билдәләүенсә, барлыҡ дауахана аяҡҡа баҫа, арманһыҙ булып 50 йәшлек ауырыуҙы эҙләйҙәр, тик таба алмайҙар.

Һуңыраҡ асыҡланыуынса, ир яланда көрткә батып һәләк булып ҡалған. Шулай уҡ уның алдан спиртлы эсемлек эсеүе лә билдәле була. Кеше ышанмаҫлыҡ был хәлдән туғандары һәм яҡындары шаңҡып ҡалған.

Дауаханаларҙа ятҡандар белә: бинанан кеше күҙенә салынмай сығып булмай, бигерәк тә интенсив терапия бүлегенән. Ғәжәп, был ирҙе нисек берәү ҙә шәйләмәне икән?..
Фото: pixabay.com
Читайте нас