Республика Башлығы Радий Хәбиров хакимиәт башлыҡтарынан туҡталҡаларҙы йыһазландырыуҙы талап итте. Уның әйтеүенсә, был мәсьәлә айырыуса Өфө өсөн көнүҙәк.
– Ҡала буйлап йөрөгәндә туҡталҡа ойошторорлоҡ урындарҙың байтаҡ икәнлеген күрәһең, – тине ул.
Төбәк етәксеһе урындағы властан ошо иҫкәрмәне иғтибарға алыуҙы, нисә туҡталҡа ойошторолоуы тураһында мәғлүмәт биреүҙе талап итте. Шул уҡ ваҡытта уның әйтеүенсә, туҡталҡаларҙың ниндәй программа буйынса йыһазландырылыуы мөһим түгел, улар һанының артыуы шарт.