Тропик һәм субтропик үҫемлектәрҙең үҙенсәлекле коллекцияһы тупланған оранжерея буйлап ойошторолған экскурсиялар, Археология һәм этнография музейы менән танышыу, күргәҙмәләр, фестивалдәр, “Күңелле старттар” – барыһы ла өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының күңеленә хуш килде. Байрам өйҙә генә түгел, урамдарҙа, саралар гөрләп үткән майҙандарҙа дауам итә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында баш ҡаланың Октябрь районында уҙғарылған ғаилә сараларында булды, ҡала Спорт һарайы эргәһендә төҙөлгән боҙ ҡаласығын ҡараны. Майҙанда Нуриман районынан килтерелгән 27 метр бейеклегендәге шыршы, скульптура композициялары, балалар аттракциондары халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әүерелде. Өҫтәүенә бында каток һәм хоккей майҙандары бар. Радий Хәбиров өфөләр менән аралашып, нисек байрамды ҡаршылауҙары, ял итеүҙәре менән танышты.
159-сы белем биреү үҙәгендә үткән “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” спорт байрамында булырға ла өлгөрҙө Башҡортостан етәксеһе. I – IV класс уҡыусылары һәм ата-әсәләр өсөн ойошторолған республика фестиваленең ҡала этабы Өфөнөң 124 мәктәбендә үтә. Уйында ҡатнашыу өсөн меңдән ашыу мәктәп заявка биргән. Проекттың финал ярыштары “Динамо” стадионында 18 ғинуарҙа үтәсәк.
“Terra Zima” Яңы йыл фестиваленә ярашлы “Ҡашҡаҙан” ял паркында ҡышҡы һабантуй үткәрелеүе күптәр өсөн көтөлмәгән, мауыҡтырғыс сара булды. Яҙғы һабантуйҙарҙың нисек үтеүен һәр кем күреп белә. Ә бына ҡышҡы һабантуйҙың үҙенә генә хас биҙәктәре, үҙенсәлекле атмосфераһы күңелдә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле. Уҡ-йәйәнән атыу, бүрәнәлә тоҡтар менән алышыу, милли көрәш, аттарҙа һыбай йөрөү, тирмә менән танышыу, йыр-бейеү һабантуйҙа ҡатнашҡан йәшен-ҡартын үҙенә йәлеп итте.
Өфөләр тыныс күңел менән һәйбәт ял итһен өсөн коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәр өҙлөкһөҙ режимда биләмәләрҙе таҙарта, 240-тан ашыу техника һәм 265 хеҙмәткәр көн дә эш өҫтөндә, янғын хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәртеү саралары үтә. Ҡышҡы каникулдар файҙалы, йөкмәткеле, бәлә-ҡазаһыҙ үтһен! Яңы йылда яҡшы яңылыҡтар күберәк, уңыштар мулыраҡ булһын!
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
“Мин һеҙҙең менән бергә “Яңы йыл ғаилә уйындары” фестивалендә ҡатнашыуыма бик шатмын. Республикала 60 меңдән ашыу ғаилә ошо сарала ҡатнаша. Бына шундай ҙур ваҡиға был. Ошо спорт сараһында ҡатнашырға ҡарар иткәнегеҙ өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт белдергем килә. Һәр хәлдә был һеҙҙең өсөн, һеҙҙең ғаиләләрегеҙ өсөн, балаларығыҙ сәләмәт үҫһен өсөн эшләнә. Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым! Сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ! Йорттарығыҙға тыныслыҡ, именлек теләйем!”