Балтас районы хужалыҡтарында 2020 йыл уңышы өсөн 5200 тонна орлоҡ һалынған. Әлеге ваҡытта сәсеүлек материалын кондицияға еткереү эше бара.
Насар орлоҡтан яҡшы нәҫел көтмә, ти халыҡ мәҡәле. Бының менән бәхәсләшеп булмай. Шуға ла яҡшы уңыш алыу маҡсатын ҡуйған игенсе әленән хәстәрлек күрә.
Күп хужалыҡтарҙа яҙғы сәсеүгә, шулай уҡ һатыуға билдәләнгән орлоҡ материалын таҙартыу эше бара. Урындарҙа орлоҡтарҙы сортҡа айыралар, сәсеү кондицияһына еткерәләр. Ә сәсеүгә яраҡлылыҡ сифаты лаборатория шарттарында тикшерелә. Ниндәй сифатлы орлоҡтар һаҡлағысҡа һалыныуын алдан белеү мөһим. Һауаның түбән температураһының орлоҡтарға кире йоғонто яһау ихтималын иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай, шуға күрә келәттәрҙә ашлыҡтың дымлылығын контролдә тоторға кәрәк, сөнки температура режимын үтәмәү орлоҡтарҙың шытыусанлығына кире йоғонто яһарға мөмкин.
Буласаҡ уңышты планлаштырғанда шуны иҫтә тоторға кәрәк: уңыш дәрәжәһендә сорттың өлөшө 40–50 процент тәшкил итә, шуға күрә беҙҙең ерлек өсөн яраҡлашҡандарын дөрөҫ һайлап алыу һәм ҡулланыу игенселектә ҙур әһәмиәткә эйә.
Тотороҡло уңыш алыу өсөн һәр хужалыҡта һәр культураның биологик һәм хужалыҡ өсөн файҙалы сифаттары менән бер-береһенән айырылып торған өс-дүрт сортын игеү яҡшы булыр ине, сөнки уларҙың һәр береһе, төрлө факторҙарға ҡарап, уңышты ла төрлөсә бирә. Сорт алмаштырыу һәм яңыртыу, элиталы орлоҡтар һайлап алыу һәм һатып алыу өсөн хужалыҡтарҙың мөмкинлектәре етерлек. Мөмкинлектәре сикләнгән хужалыҡтар орлоҡтарын яҙғы сәсеүгә әҙерләй, сөнки кондициялы булмаған орлоҡтар сәсеү технологияларҙы тупаҫ боҙоу ғына түгел, матди ресурстарҙы һәм аҡсаны һөҙөмтәһеҙ файҙаланыуға тиң.
2020 йыл уңышына ныҡлы нигеҙ һалыу өсөн район буйынса 2510 тонна бойҙай, 920 тонна сабан арпа, 1102 тонна һоло, 50 тонна вика, 100 тонна борсаҡ, 60 тонна ҡарабойҙай, 10 тонна тары орлоғо кәрәк. Әлегә 4752 тонна һабан һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоҡтарға һайлап алып, тикшереү үткәрелгән.