Башҡортостан Хөкүмәтенең төбәк Башлығы Радий Хәбиров үткәргән бөгөнгө оператив кәңәшмәһе ҡышҡы юлдарҙың торошо һәм был миҙгелдә транспортты файҙаланыу тураһындағы докладтарҙан башланып китте. Был мәсьәлә буйынса Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һәм Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны.
– Раштыуа каникулы осоронда, йәғни 1 ғинуарҙан алып 9-на саҡлы арауыҡта республикала 96 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, был үткән йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда аҙыраҡ, – тине Тимур Рәфис улы. – Аварияларҙа 119 кеше зыян күргән, шул иҫәптән 13 кеше үлгән. Һәләк булғандар һаны былтырғы менән сағыштырғанда бер кешегә аҙыраҡ.
Каникул осоронда һәләк булғандар Өфө ҡалаһына һәм Благовар, Учалы, Белорет, Шишмә райондарына тура килә.
Тимур Мөхәмәйәнов әйтеүенсә, ҡарлы-буранлы көндәрҙә лә республика юлдары үтеп йөрөрлөк рәткә килтерелгән, бер юлды ла япмағандар. Бының өсөн Башҡортостанда 801 берәмек техника ҡар менән көрәшә, шуларҙың 215-е федераль трассала эшләй.