Борай ауылында йәшәүселәр урындағы зыяратҡа, туғандары ерләнгән ҡәберҙәргә барғанда, ҡурҡыныс күренешкә шаһит булалар – тәртипһеҙ рәүештә ағас бысыу арҡаһында, биш ҡәберҙең рәшәткәһе емерелгән була.
Граждандар зыяратта тыуған проблеманы хәл итеүҙе һорап, район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаковҡа мөрәжәғәт итә.
“Зыярат ҡараусыһы хакимиәткә хәбәр итмәйенсә, үҙ белдеге менән зыярат биләмһендә ағастарҙы быса. Эш барышында бер-нисә ҡәберҙең кәртәһе емерелә. Борай ауыл Советы ерләнгән кешеләрҙең яҡындарынан һәм туғандарынан ғәфү үтенә һәм ҡәбер кәртәләрен тиҙ арала тергеҙеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Ғәйеплеләр яуапҡа тарттырыласаҡ”, - тип яуап бирә хакимиәт башлығы.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.